/ Видео / Әҙәби-музыкаль кисә «Шәжәрә-ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә»

Әҙәби-музыкаль кисә «Шәжәрә-ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә»

1 октябрҙә Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында сәсән һәм шағир,сәйәси золом ҡорбаны Мөғәлләм Шәйхаттар улы Мирхәйҙәровтың 120 йыллыҡ юбилейына арналған «Шәжәрә-ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә» исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Әҙәби кисәне алып барыусылар китапханасы Айгәл Афзал ҡыҙы һәм Зөлфиә Афзал ҡыҙы арҙаҡлы шәхесебеҙҙең тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһап,таныштырып үтте. Экранда юбилярҙың тормошо һәм ижады тураһында слайдтар күрһәтелде.Балалар ижады йорто янындағы Ҡуңыр буға фольклор төркөмө нә йөрөүсе үҫмерҙәр ҡатнашлығында төшөрөлгән видеояҙма күрһәтелде.Ул сәсәндең ауыр тормш юлын сағылдыра.(Етәксеһе З.Р.Ғәлләмова)Сәсән-шағирҙы иҫкә алырға килеүселәр араһында уның тыуғандары, балалары,сәсәндәр,яҙыусылар, уҡыусылар,уҡытыусылар,хаҡлы ялдағылар, дуҫтары булды. Улар үҙҙәренең уй-кисерештәре,иҫтәлектәре,теләктәре менән уртаҡлаштылар .Башҡорт теле уҡытыусылары исеменән мәғәриф бүлегенең методисы Шәүрә Ильяс ҡыҙы үҙенең тәҡдимдәре һәм теләктәре менән сығыш яһаны. “Ҡуңыр буға” төбәк-ара әҙәби ойошмаһы ағзаһы һәм Әбйәлил районы “ Йәйғор” әҙәби берләшмәһе етәксеһе З.Кашапова сығыш яһаны. Кисә барышында М.Мирхәйҙәровтың төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙары яңғыраны, сәсәндең бүләһе Вильдан Батталов «Йүгерек батыр» ҡобайырын тасуири ятланы. Сәсәниә Хәнифә Әүбәкированың телмәре ,сәсәндең ейәнсәре Ильмира Илсен ҡыҙының үҙенең уҡыусыһы А.Ғибәҙәтова менән думбыра ла башҡорт көйҙәрен көйләүе,шулай уҡ икенсе ейәнсәре З.Батталованың гитара ҡылдарында өҙҙөрөп олатаһының шиғырына яҙған йырын уйнауы сараға айырым биҙәк өҫтәне. А.Агилова шағирҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.



Наверх