/ Новости / Уҡытыусылар Көнө

Уҡытыусылар Көнө

– Китап- белем шишмәһе.
– Китап – тормош көҙгөһө
Китап – өнһөҙ уҡытыусы ла, тәрбиәсе лә. Ул балаларҙың аң кимәлен үҫтерә, фекерләү ҡеүәһен арттыра. Мәктәптәрҙә уҡытыу, тәрбиә биреү эшмәкәрлеге китап менән тығыҙ бәйләнгән. Китапханасы менән укытыусының уртаҡ маҡсаттары балаларҙа китапҡа һөйөү, төрлө яҡтан үҫешкән, заман талаптарына яуап бирерҙәй шәхес тәрбиәләү. Беҙҙең китапхана менән тығыҙ бәйләнештә булған Таһир Кусимов исемендәге гимназия, Аскар беренсе һанлы урта мәктәбе укытыусыларын һөнәри байрамдары менән котлайбыҙ. Был күркәм байрам һәр саҡ уҡытыусыларға, остаздарға ҡарата йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән үтә. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ үҙегеҙҙе һәр саҡ еңеүҙәре һәм уңыштары менән кыуандырып торһон!
#УҡытыусыларКөнө
#УҡыуЗалы
#БайрамМенән

Наверх