“ Сыуаҡ булһын ғүмерҙәр”

Китапхананың уҡыу залында Ололар көнөнә арналған “Йылы йорт”клубы ағзалары өсөнисемле матур кисә үтте. Кисә ике бүлектән торҙо, беренсе бүлек ололар көнөнә арналған ине. Клуб етәкселеге һәм Аскар биләмәһенең инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Фатхетдинова З.Г. оло йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе. . Байрамды йәмләп йырлаған Гүзәлиә Фаттахованың, Клара Попкованың матур йырҙары ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде. Клуб ветераны Сафиуллина Н.Х. ололар көнөнә арналған шиғыр һөйләп үтте. Кисәбеҙҙең икенсе бүлеге яҡынлашып килгән уытыусылар көнөнә арналды.Һәр кем беренсе уҡытыусыһын иҫләп, мәктәп йылдарындағы якты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Кисәне музыкаль яҡтан мондалина моңдары менән Маһинур Усманова биҙәне. Осрашыу сәй эсеү һәм күмәк фото төшөү менән тамамланды.

Наверх