/ Читателю / Книжные новинки / Творчество земляков. Абзелил

Творчество земляков. Абзелил

#OK&НОВИНКИ
#ОК#Новыекниги
#Абзелил_Творчество_земляков
#ГодПедагогаНаставника
#БиблиотекиАбзелила

Творчество земляков. Абзелил.
В издательстве «Китап» вышел новый сборник стихов Сулпан Минлебаевой. В поэтическом сборнике, который объединяет трех авторов, собраны стихи, написанные поэтессой в последние годы.
Сулпан Ражаповна Минлебаева родилась 6 мая 1961 года в деревне Туишево Абзелиловского района БАССР. Окончила Стерлитамакский государственный педагогический институт. Работала учителем башкирского языка и литературы в Ново-Мурапталовской средней школе Куюргазинского района. Организовала литературный кружок «Юшатыр». Работала литературным консультантом в Стерлитамакской писательской организации. Награждена Почетными грамотами Республики Башкортостан, Министерства образования Республики Башкортостан и Администрации Куюргазинского района. Лауреат конкурса лучших учителей Российской Федерации(2007 г.), премии им. Баязита Бикбая. Член Союза писателей Российской Федерации и Республики Башкортостан. Живёт в с. Ново-Мурапталово Куюргазинского района РБ.

ӘБЙӘЛИЛЕМ – БЕРГЕНӘМ…
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем,
Уй йомғағы һүтәйем.
Әбйәлилем хаҡында
Тарих бәйән итәйем, ау,
Тарих бәйән итәйем.
“Әбйәлилем – илгенәм,
Минең берҙән-бергенәм.
Уйҙарымда – һин генә
Йырымда ла – һин генә
Тыуып үҫкән ергенәм.
Тамъян, Ҡыпсаҡ, Күбәләк
Төбәк иткән төйәк һин.
Ҡыҙылҡайым сылтырап,
Йырлап аҡҡан төбәк һин,
Мәңге тынмаҫ йөрәк һин.
Зәңгәр күлдәр, далалар,
Йәшмә тауҙар иле һин.
Ер шарының берҙән-бер,
Һис һоҡланып туймаҫлыҡ,
Иң-иң гүзәл гөлө һин.
Йөҙ-мең төрлө емешең
Урманыңда баллана.
Ҡымыҙыңды тәм итеп,
Барлыҡ донъя таң ҡала шул,
Барлыҡ донъя таң ҡала.
Шифалыраҡ нимә бар
Бал ҡортоңдоң балынан?
Ошо балды ҡулланғас,
Был донъяға һәр әҙәм
Тыуған төҫлө яңынан, ау,
Тыуған төҫлө яңынан.

Әллә күпме балыҡ бар
Йылғаларҙа, күлеңдә.
Ҡаңғылдаша мең-мең ҡош
Һинең аяҙ күгеңдә, ау,
Һинең аяҙ күгеңдә.

Һиндә тыуған кешеләр
Саф күңелле һәм сабыр.
Ер йөҙөндә һәр әҙәм
Уларҙа дуҫың таныр, ау,
Бары тик дуҫын таныр.
Кусимовтай батырҙар
Тыуған һинең тупраҡта.
Күпме талант эйәләре
Үҫкән һинең ҡосаҡта, ау,
Үҫкән һинең ҡосаҡта.
Әллә күпме затлы заттар
Һиндә ҡанат нығытҡан.
Һәр береһе үҙҙәрен
Яҡшы яҡтан танытҡан, ау,
Яҡшы яҡтан танытҡан.
Һәр береһен исемләп
Әйтһәм – етмәҫ бер көнөм.
Етмәҫ хатта бер төнөм.
Һиндә тыуған уландар
Барыһы ла уңғандар, ау,
Барыһы ла уңғандар.
Һиндә тыуған сибәрҙәр
Яҡты йондоҙ ишеләр.
Миһырбанлы йөрәкле,
Итәғәтле булғанға
Бик ҙурлайҙар үҙҙәрен,
Бик ҙурлайҙар кешеләр.
Әйт, тинегеҙ, әйттем мин.
Әбйәлилем хаҡында
Тарих бәйән иттем мин, ау,
Тарих бәйән иттем мин”.

ӘБЙӘЛИЛ РАЙОНЫНЫҢ БАЙЫМ МӘКТӘБЕ УҠЫТЫУСЫЛАРЫНА БАҒЫШЛАУ ҺҮҘЕМ

Мәктәбемдә минең бер хәҡиҡәт
Ҡанун булып күптән ҡабатлана:
Киләсәген уйлап милләтемдең
Һәр мөғәллим бында көйә, яна.
Ҡабатланмаҫ шәхес һәр береһе,
Яҡты рухлы, уңған, илһөйәр.
Һәр береһе уның – сәсән телле,
Бәйгеләрҙә еңер телһөйәр.
Һәр мөғәллим бында – Моң батшаһы,
Йырын тыңлап, һәр кем таң ҡалыр.
Бейеүҙәрен кңреп, йән һөйөнөр,
Күңелдәрҙе имләп, моң ҡалыр.
Һәр мөғәллим бында – милләт күрке,
Һәр береһе лайыҡ маҡтауға.
Һәр береһе лайыҡ Ил инәһе,
Ил ағаһы тиеп атауға.
Балаларҙа бында рухлы, аңлы,
Үҙҙәрен шәп мөхит уратҡас.
Уҡытыусы,әсәй урынына
Ҡурсалағас, ихлас яратҡас.
Бик һирәк ул бындай мөғәллимдәр
Башҡа мәктәп, башҡа тарафтарҙа.
Һәр мөғәллим бында – затлы шәхес.
Һис ҡытлыҡ юҡ сағыу таланттарға.
…Рух һаҡсыһы булып милләтемдең,
Өлгө булып беҙгә, күптәргә,
Һыҙа улар аҡ юл киләсккә,
Илһамланып, изге эштәргә.

Наверх