/ Новости / Районный конкурс "Читающая семья"

Районный конкурс “Читающая семья”

#ГодСемьи
#РайонныйКонкурсЧитающаяСемья
Ғаилә йылында «Иң күп китап уҡыусы ғаилә»не билдәләнек. Сарабыҙҙың төп маҡсаты – әлбиттә, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Китапханаға килеп, китаптар алып уҡырға яратҡан ғаиләләр беҙҙең өсөн иң мөһиме. Үҙҙәре генә түгел, балалары менән килеп үҙҙәре уҡыған тәүге китаптарын ҡулдарына алып күрһәтеүҙәре, китапҡа һөйөү уятыуҙары үҙе ҙур тәрбиә. Конкурста ете ғаилә намыҫлы һәм ғәҙел һынау тотто.
Сәмле, көсөргәнешле һәм тулҡынландырғыс бәйгелә барыһы ла уңышлы сығыш яһаны. Асҡарҙан Мостафиндар – беренсе булһа, икенсе урынға Ҡырҙастан Баймөхәмәтовтар, Яңы Балапандан Малыбаевтар лайыҡ булды, ә өсөнсө урынға Амангилденән Фәйзуллиндар, Әбдрәштән Ишаевтар сыҡты. Ишҡолдан Фәритовтар – «Милли колорит һәм патриотизм» номинацияһында билдәләнде. Иң юғары баһа Михайловканан Ғөбәйҙуллиндаp ғаиләһенә бирелде. Ошондай бәйгеләр рухлы, халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан аҡыл туплаған, тарихын һәм мәҙәниәтен хәтерендә тотҡан, туған телен яҡшы белгән быуын үҫеп килеүен сағылдыра. Бигерәк тә ғаилә башлыҡтарының әүҙем, ихлас сығыштары күңелдәргә йылылыҡ өҫтәне һәм башҡа йылда үткән конкурстарға ҡарағанда юғарыраҡ үтте.
Ошондай сара үткәреү ата-әсәләрҙең, китапханасыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә нигеҙләнгән. Ысынлап та, бәйгелә ғаилә күрһәткән һөҙөмтә тәү сиратта ошо кешеләрҙең тырышлығы, эшенә мөкиббәнлеге һәм туған теленә һөйөүенә нигеҙләнгән.

Наверх