/ Краеведение / Абзелил-край родной! / “Ҡыҙыл буйы ҡыҙы”

“Ҡыҙыл буйы ҡыҙы”

#Яҙыусы_юбиляр
#Кашапова_Зөһрә_Әғмәл_ҡыҙы
#Хәтер_кисәһе

🗓 5 март көнө Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында – шағирә, публицист Зөһрә Әғмәл ҡыҙы Кашапованың 65 йәшлек юбилейына арналған “Ҡыҙыл буйы ҡыҙы” тип исемләнгән хәтер кисәһе үтте. Сарала яҡташыбыҙҙың тормош иптәше, балалары, ҡәләмдәш дуҫтары, коллегалары ҡатнашты. Ижадташ дуҫтары Мәүлит Кәримов һәм Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Әхмәҙиева Зөһрә Әғмәл ҡыҙына ҡағылышлы үҙҙәренең күңелдәрендә һаҡланған яҡты иҫтәлектәре менән бүлештеләр.
🎤 Билдәле яҙыусы Мәүлит Кәримов “Әбйәлилгә мин еләм” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Журналистика аҡһаҡалы, «Осҡон» район гәзитенең элекке баш мөхәррире Самат Исҡужа улы Фәйзуллин Зөһрә Әғмәл ҡыҙының республика һәм район кимәлендәге матбуғат яҙмалары биттәрендә төрлө проблемаларҙы күтәреп сыҡҡан талантлы хәбәрсе булыуы хаҡында әйтеп үтте.
✍ Күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош юлдашы Лүзә Сәхип ҡыҙы Зөһрә Әғмәл ҡыҙы менән бергә эшләү дәүерендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның көслө, шул уҡ ваҡыт та талапсан уҡытыусы булыуы тураһында һөйләп үтте. Коллегаһы рус теле уҡытыусыһы Шагимова Н. Б. урыҫ мөхитендә үҫеп, белем алған кеше булараҡ, Зөһрә Әҡмәл ҡыҙының саф башҡорт телендә матур һөйләшкәненә һоҡланыуын, уның тынғыһыҙ, эшһөйәр, бар эште урын еренә еткереп эшләүсе, изге күңелле кеше булыуы хаҡында һөйләп үтте. Кайниева Ф. Ә. гимназияла уҡытҡан ваҡытындағы Зөһрә Әғмәл ҡыҙының телһөйәр, илһөйәр балаларҙы тәрбиәләүҙә тос өлөш индереүе тураһында әйтеп китте.
✅ “Зөһрә йондоҙ” шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыусы балалар кисәгә айырым йәм өҫтәне. Конкурсҡа районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан мәктәп һәм балалар баҡсалары уҡыусылары килгән ине. Айырыуса, Аһылай, Ташбулат, Ишҡол, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе, Таһир Кусимов исемендәге гимназияһы, Йәнгел урта мәктәбе балалары әүҙем ҡатнаштылар.
🏆 Әҙәби кисәгә килгән балалар ҡулдарына төрлө дәрәжәләге дипломдар һәм бүләктәр алып, ҡанатланып ҡайттылар.

Наверх