/ Краеведение / Абзелил-край родной! / "Тыуған ерҙән илһам алып"

“Тыуған ерҙән илһам алып”

3 март – Бөтә донъя яҙыусылар көнө. Ошо көн уңайынан китапхананың уҡыу залында “Тыуған ерҙән илһам алып” исемле үҙенсәлекле кисә уҙҙы. Бер юлы 3 авторҙың: Фәрзәнә Хамматованың, Сәйфулла Ғайсин менән Нәсих Сәлмәновтарҙың китаптарының презентацияһы булды. Кисә лә “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы ағзалары һәм Магнитогорск ҡалаһының “Аҡ ҡауырһын” әҙәби берекмәһенең етәксеһе яҙыусы , Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы СәфинәХәкимова, “Миләш” халыҡ фольклор ансамбле, журналистар, китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сәфиулла Ғайсиндың “Һүнмәҫ йондоҙ булып балҡыны”исемле китабы МХО- ла батырҙарса һәләк булған Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа арналған.Китапта Тамерландың бала-сағы, мәктәп йылдары, әрме сафындағы тормошо, наградалары, яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы сағылдырылған.
Нәсих Сәлмәновтың “Күңелемде асып бирәйем”исемле тәүге шиғырҙар китабында тыуған Әбйәлиленең , тыуған ауылының матурлығы, яҡшы кешеләре, һоҡланғыс тәбиғәт күренештәре һүрәтләнгән.
Ә Фәрзәнә Хамматованың “Тыуған төбәгемдең рухи йыльяҙмаһы” исемле яңы китабы илдең, төбәк, райондың оло быуын яҡташтарының онотолмаҫ батырлыҡтарын, тарихтарын бәйән итә.
Шуныһы ҡыуаныслы, бөтә китаптар ҙа Әбйәлилгә арналған.
Кисәне “Миләш” халыҡ фольклор ансамбеле, шағир, композитор, йырсы, Сәфиулла Ғайсин менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Роза Хәйруллина , Сулпан Әҡсәнова башҡарыуындағы йырҙар, йәш шағирҙар Гөлфиә Ниғмәтуллина, Нургөл Хәмзина, Марсель Хамматов,Салауат Әминевтың шиғырҙары биҙәне.
Әҙәби байлығыбыҙ рухи сығанағыбыҙ булып ҡалһын, әҙиптәребеҙгә ижади ҡомар, яңы үрҙәр теләйбеҙ.

Наверх