/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Балаларға арналған ғүмер

Балаларға арналған ғүмер

Балаларға арналған ғүмер
Район мәҙәниәт йортонда Айһылыу Йәғәфәрованың олпат ғүмер байрамы уңайынан ижад кисәһе үтте. Сарала әҙибәнең балалары, туғандары, ауылдаштары, коллегалары, район ижадсыларынан тыш, баш ҡала ҡунаҡтары – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идаралығы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина, шағирә-яҡташыбыҙ Гөлнара Хәлфетдинова, яҙыусы Әхмәр Үтәбай, шағир Хисмәт Юлдашев, Милли Әҙәбиәт музейы хеҙмәткәре Зөлфирә Ҡарағужина ҡатнашты. Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин юбилярға ойошма исеменән рәхмәт хаты һәм Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеменән «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалын тапшырҙы. Сарала 1-се Асҡар урта мәктәбенең дүртенсе класс уҡыусылары Айһылыу Йәғәфәрованың тәржемәләрен, шиғырҙарын һөйләне, Илүзә Шәйәхмәтова «Бал ҡорто – Нәҙекәйбил», «Ҡыпсаҡ ҡыҙы» пьесаларынан өҙөк сәхнәләштерҙе, Вил Йәнегетов, Айгөл Рәхмәтуллина, Элмира Фәттәховалар моңло тауыштары менән күңелдәрҙе арбаны. Кисә бик йылы һәм ихлас уҙҙы. Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙының ошондай матур сарала үҙе сәхнә түрендә ултырыуы икеләтә ҡыуаныс булды.

Наверх