/ Краеведение / Абзелил-край родной! / #Балаларға_Арналған_Ғүмер.

#Балаларға_Арналған_Ғүмер.

#Әҙибә_Айһылыу_Шәйхетдинҡыҙы_Йәғәфәроваға_75йәш.
#Балаларға_Арналған_Ғүмер.
Яҡташыбыҙ, танылған балалар шағирәһе, прозаик, драматург, башҡорт балалар яҙыусыһы, тәржемәсе, педагог, остаз, билдәле тәрбиәсе Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова Әбйәлил районы Һаҡмар йылғаһы инеш алған Әхмәт ауылында донъяға килгән. Ул – районда беренсе ҡатын-ҡыҙ яҙыусы-романист, Әбйәлилдән беренсе Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, мөғжизәле Пушкин әкиәттәрен тулы ҡиммәтендә башҡортсаға әйләндергән беренсе тәржемәсе, республика мәғарифын үҫтереүгә, мәктәпкәсә белем биреү системаһын камиллаштырыуға индергән ғәйәт ҙур өлөшө өсөн район тәрбиәселәре араһында беренсе һәм һуңғы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры(1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992), һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Ким Әхмәтйәнов(1996) һәм Рәмзилә Хисаметдинова(2008) исемендәге премиялар лауреаты, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» миҙалы менән тәбрикләнде(2023), мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреүселәр араһында атҡаҙанған исеменә лайыҡ беренсе хеҙмәт алдынғыһы ул – Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәрова.

Наверх