#БеҙҙеңЯҡташтар

#СәлмәновРафиҡВафаулына105йәш
#БеҙҙеңЯҡташтар
Бик күп таланттар биргән ер ул – Әбйәлил. Шуларҙың береһе күренекле яҡташыбыҙ, башҡорт композиторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, СССР композиторҙар союзы ағзаһы, Рафиҡ Вафа улы Сәлмәновтың тыуыуына 105 йәш. 16 сентябрь көнө Таһир Кусимов исемендәге гимназияла 8 А класс уҡыусыларына (класс етәксеһе Бадамшина И.С.) әҙәби дәрес үтте.
Уҡыусыларға яҡташ композиторыбыҙҙың тормош юлын, Әбйәлилдә генә түгел, республика, хатта Рәсәйҙә яҡты эҙ ҡалдырған, бай ижади эштәре менән таныштырып үттек. Рафиҡ Сәлмәновтың “Балалар өсөн хор йырҙары” сәнғәт уҡыу йорттары өсөн алыштырғыһыҙ, төп уҡыу пособиелары менән таныштырып киттек. Балалар өсөн яҙған йырҙарын, яҡташтарыбыҙҙың ижадттарына яҙылған көй-йырҙарын һәм Башҡортостандың билдәле халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың һ.б. билдәле шағирҙарҙың шиғыр юлдарына һалынған йырҙарын тыңлатып ишеттерҙек. Уның матур, моңло йырҙары бөгөн дә халыҡ күңелендә, бөгөндә уның йырын йырлайҙар һәм яратып тыңлайҙар.

Наверх