/ Объединения и клубы / Клуб общественно активных женщин «Хазина» / “Бәхетле ғаилә серҙәре”: түңәрәк өҫтәл

“Бәхетле ғаилә серҙәре”: түңәрәк өҫтәл

7 июль китапхананың уҡыу залында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған “Бәхетле ғаилә серҙәре” тигән темаға түңәрәк өҫтәл булып уҙҙы.Сараға абруйлы гаилә парҙары ,”Йылы йорт”клубы ағзалары саҡырылды.Рафаэль һәм Вера Масалимовтар – 59 йыл ,Рәсилә һәм Әҡсән Абушахмановтар – 49 йыл,Рафиҡ һәм Флүрә Рахматуллиндар – 43 йыл,Әсләм һәм Зилә Гайсиндар – 39 йыл,Самат һәм Люциә Фахретдиновтар – 32 йыл бергә,татыу йәшәгән бәхетле ғаилә серҙәре менән,йәшлектәге танышыу хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.Кисәбеҙҙе моңло йыры менән Гөлсирә Хайруллина биҙәне.Һөйләшеү, башлыса, ғаилә ҡиммәттәре, киләсәк быуынды кеселекле, кешелекле, ололарға ҡарата иғтибарлы, илһөйәр, телһөйәр итеп, милли рухта тәрбиәләү тураһында барҙы.Ғаилә парҙары йәш саҡтарындағы йырлаған йырҙарының береһе “Имәндәр шаулай”йыры менән кисәбеҙҙе йомғаҡлап куйҙы.
Әбйәлил районында ныҡлы ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Был байрам көнөндә беҙ татыулыҡта, мөхәббәттә, тоғролоҡта, бер-береһен ихтирам итеп күп йылдар бергә ғүмер иткән парҙарҙы ихлас ҡотлайбыҙ. Бөгөн йәш ғаиләләр уларҙың өлгөһөндә үҙҙәренең балаларын тәрбиәләй, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға өлөш индерә.
Әбйәлилдең бөтә ғаиләләренә бәхет, именлек, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! Ғаилә усағығыҙ һәр ваҡыт йылы, йорттарығыҙ йәмле һәм балалар тауыштарына тулы булһын!

Наверх