/ Краеведение / Абзелил-край родной! / «Һыбай сыҡтым юлға...»: әҙәби кисә

«Һыбай сыҡтым юлға…»: әҙәби кисә

Район китапханаһында күренекле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы әҙәби кисә үтте. Арҙаҡлы шәхесебеҙҙең юбилейына арналған саралар китапханала бер йыл элек үк башланғайны. Апрель айында, шағирҙың тыуған ауылы Амангилделә, шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса район конкурсы ойошторолдо. Ә «Һыбай сыҡтым юлға…» исемле был сарала әҙиптең данлы тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫты һәм әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтте. Сараға яҡташыбыҙҙың тормош иптәше Лүзә Сәхип ҡыҙы, улы – Азамат Әсхәл улы ла килгәйне. Улар шағир тураһында яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Әсхәл Әхмәт – Хужа үҙе нигеҙ һалған «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары, уның тура һәм әсе телле, шул уҡ ваҡытта ғәҙел остаз булыуы хаҡында һөйләне. Кисәнән барыһы ла күтәренке кәйеф, рухи байлыҡ юллап таралышты.

Наверх