#ПроектЗамандаш

#ПроектЗамандаш
#УҡыуЗалы
Район китапханаһының уҡыу залы, Асҡар ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы менән берлектә “Замандаш” проекты булдырҙы. Уның сиктәрендә ай һайын район өсөн оҙаҡ йылдар бер урында намыҫлы хеҙмәт иткән бер яҡташыбыҙға хөрмәт күрһәтеү сараһы ойоштороу планлаштырыла. 25 март көнө тәүге сарабыҙ булып уҙҙы. Уның геройы — билдәле журналист, “Осҡон” гәзите хәбәрсеһе Гөлнара Күсәрбаева булды.
Гөлнара Ишбулды ҡыҙының тулы портретын асып бирергә яҡындары, ата-әсәһе, коллегалары, дуҫтары, ауыл хәбәрселәре йыйылды. Геройыбыҙҙың үҙе һөйләүендә баласағы, уҡыу йылдары, тәүге эш көнө, яратҡан һөнәренә нисек килеүе тураһында хәтирәләре менән таныштыҡ. Сарала ҡатнашыусылар сығыштарында уның ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш хеҙмәткәр, яҡшы әсәй,тоғро тормош юлдашы, уңған хужабикә, ысын дуҫ булыуын билдәләне. Алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ тап шундай сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һығымтаға килеп осрашыуҙы тамамланыҡ.

Наверх