/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Презентация книги Г.Кутуевой

Презентация книги Г.Кутуевой

Башҡорт шиғриәтендә үҙ тауышы һәм ижады менән сағыу балҡыған яҡташыбыҙ, Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоеваның “Балҡыһын күңел ҡояшы!” исемле йыйынтығының исем туйы гөрләп үтеп тә китте. Гөлназ Мират ҡыҙы – 6 шиғыр йыйынтығы авторы. Етенсеһе һәм әле донъя күргән һигеҙенсеһе – публицистик яҙмаларҙан тора. Һуңғыһына баш мөхәррир яҙмалары тупланған. Китапта ул тормош тәжрибәһенән сығып, сынбарлыҡтағы күренештәргә үҙ ҡарашын белдерә.
Яҡташыбыҙҙы ҡотларға Әбйәлил район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге етәксеһе Вадим Фәнил улы Ғафаров , Район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Элиза Әкрәм ҡыҙы Ҡунафина, туғандары, яҡындары, райондың «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы яҙыусылары килде. Ишҡолдан уҡытыусылар коллективы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең музыкаль күстәнәстәре сараға йәм өҫтәһә, Миңзәлә Юлмөхәмәтова үҙәктәргә үтерлек итеп шиғырын һөйләне. Автор һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙарҙы Гөлфирә Йәһүҙина, Фәриҙә Уйылданова башҡарып, яҙ кәйефе бүләк итте. Йыр-моң, шиғырҙар шәлкеме менән үрелеп барған кисәнән һәр кем дәрт, көс, илһам алып ҡайтты.
Гөлназ Ҡотоеваның “Балҡыһын күңел ҡояшы!” китабы уҡыусылар тарафынан һөйөү яулап та өлгөрҙө. Әгәр ҙә яңы китапты алырға теләүселәр табылһа, район китапханаһына мөрәжәғәт итә ала. Яҡташыбыҙҙың йөрәктәге яҙмалары, моғайын, барыбыҙҙың йөрәгендә лә урын алыр.

Наверх