/ Новости / Осрашыу кисә "Тыуған ерҙән илһам алып"

Осрашыу кисә “Тыуған ерҙән илһам алып”

2 март китапхананың уҡыу залында Яҙыусылар көнөнә арналған “Тыуған ерҙән илһам алып” исемле осрашыу кисәһе булып үтте. Яҙыусылар көнө 1986 йылдан алып билдәләнә.Кешелектең рухи яҡтан камиллашыуында яҙыусы, шағир, китап һүҙҙәренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ икәне тарихтан һәр кемебеҙгә яҡшы билдәле. Шиғриәт, ижад, китап тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора. Ана шул юғарылыҡта ҡалыу, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш осрашыу кисәһенә йыйҙы ла инде.Осрашыуҙа “Йәйғор”яҙыусылар ойошмаһы,саҡырылған ҡунаҡтар, китаханасылар ҡатнаштылар.
Кисәнең беренсе өлөшөндә яҙыусы Фәнүзә Биктимерова “Йәйғор”әҙәби ойошмаһында торған яҙыусылар, уларҙың ижады тураһында һөйләп үтте , артабан кисәгә килгән һәр яҙыусы үҙенең ижад емештәре менән уртаҡлаштылар.Кисәнең икенсе өлөшө бер хәрефкә яҙыусы һүҙ оҫтаһы Филүрә Моратшинаның матур юбилейынына арналды. Китапханасылар юбилярҙың тормош юлы,ижады,нисек әҙәби ижадҡа килеүе тураһында һөйләп үттеләр.Ҡәләмдәштәре юбилярҙың юморға ҡоролған үҙенсәлекле ижадына юғары баһа бирҙеләр артабанда күңелендә илһам нуры һүнмәүен, яңы ҡыҙыклы хикәйәләр яҙыуын теләнеләр.Кисәне моңло йырҙары менән Виль Йәнйегетов,Гөлфирә Йәһүҙина биҙәнеләр.
Яҙыусылар көнө менән “Йәйғор” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаларын һәм барлыҡ яҙыусыларҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Яңы ижади үрҙәр,оҙон ғүмер,һаулыҡ теләйбеҙ. Яҙыусылыҡ – иң тылсымлы, иң яҡты һәм изге һөнәр ул!

Наверх