/ Новости / Ко Дню писателя

Ко Дню писателя

3 март – Бөгөн бөтә донъя яҙыусылар көнө. Ул 1986 йылдан алып билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көн менән барлыҡ яҙыусыларҙы тәбрикләйбеҙ.
Әбйәлил районының Рәсәй, республика кимәлендә танылыу яулаған яҡташ яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ байтаҡ. Рамаҙан Өмөтбаев, Әсхәл Әхмәт –Хужа, Айһылыу Йәғәфәрова, Шакир Биҡҡол, Ҡол-Дәүләт, Гөлназ Ҡотоева, Иҙрис Ноҡоманов һ.б. яҙыусылар был йүнәлештәге эшмәкәрлеге оло иғтибарға лайыҡ. Әбйәлил районында “Йәйғор” яҙыусылар союзы әҙәби ойошмаһы берекмәһе эшләп килә. Был ойошма районда хәҙерге әҙәбиәттең формалашыуына, үҫеүенә үҙ өлөштәрен индергән авторҙарҙы берләштереп кенә ҡалмай, яңы таланттарҙы асыҡлау, йәш ижадсыларҙы йәлеп итеү йүнәлешендә лә әүҙем эш алып бара.
Шиғриәт, ижад, китап тип аталған бөйөк төшөнсәләр бөгөнгө болғансыҡ тормоштан юғары тора. Ана шул юғарылыҡта ҡалыу, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ өҫтәй. Китап уҡыусыларыбыҙҙың, иғтибарына яҡташ яҙыусыларыбыҙҙың китаптарын уҡырға тәҡдим итәбеҙ.

Наверх