/ Новости / "Бәхетле ҡатын"

“Бәхетле ҡатын”

2 март китапхананың уҡыу залында 8 март ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Бәхетле ҡатын” исемле бик матур сара үтте.
Һәр кем бәхет төшөнсәһен үҙенсә аңлай. Сараға йыйылған гүзәл заттарға “Нимә ул бәхет?” тигән һорау бирҙек.Ҡатын- ҡыҙҙарҙың ошо ябайҙа,шул ваҡытта тәрән мәғәнәгә эйә булған был һүҙгә фекерҙәре лә төрлөсә булды.
Кемдер бәхетте әсә булыуҙа,ғаилә, балалары менән бергә булыу, ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар бәхетте яратҡан эшеңдән йәм табыу тип иҫәпләй, дуҫ-иштәр һәм туғандар менән бергә булыуҙы ла,үҙ эшен асҡан ханымдар үҙҙәренең йән тартҡан шөғөлдәренән кешенең күркәмлегенә өлөш индереүҙе оло бәхеткә һанайҙар. Ҡыҫҡаһы, ҡатын-ҡыҙ ҡайҙа ла ҡатын-ҡыҙ булып ҡала. Ғаиләһендә яратҡан ҡатын, һөйөклө әсәй, абруйлы ханым. Яҙҙың тәүге байрамы алдынан үткән матур сарала бәхеттең серен бергәләп асыҡланыҡ. Бәхетте беҙ үҙебеҙ булдырабыҙ, бәхет һәр кемдең үҙ кулында, бәләкәй генә шатлыҡты ла күрә, тоя белергә генә кәрәк тигән фекергә килдек.
Сараны үҙҙәренең матур йырҙары менән Виль Йәнйегетов,ижад йорто ҡыҙҙары биҙәне.Байрам кисәһе күмәкләшеп фотоға төшөү,сәй табыны менән тамамланды. Булған бәхеттегеҙҙе һаҡлап,яҡлап көндә бәхетле булығыҙ ҡатын-ҡыҙҙар!!!Байрам менән һеҙҙе ҡотлайбыҙ!!!

Наверх