/ Новости / “Тыуған яғыбыҙҙы шиғырҙарыбыҙҙа данлайбыҙ”

“Тыуған яғыбыҙҙы шиғырҙарыбыҙҙа данлайбыҙ”

Бөтә илдәрҙең шағирҙары һәм шиғыр яратыусылары 21 мартта, Бөтә донъя шиғриәт көнөн билдәләй. 1999 йылда ЮНЕСКО-ның 30-сы конференцияһында был көндө билдәләү тураһында ҡарар сығарыла. Ҡарарҙа: “Шиғриәт хәҙерге замандың иң үткер һәм тәрән рухи һорауҙарына яуап бирә ала, һәм шуға ла уға йәмғиәт иғтибарын мөмкин тиклем киң йәлеп итергә кәрәк”, – тигән юлдар бар. Бөтә донъя шиғриәт көнө ҡәләм тирбәтеүсе йәштәргә, әҙәби түңәрәктәрҙә шөғөлләнеүселәргә, йәш шағирҙарға ижади һәләттәрен үҫтерергә мөмкинлек бирә.
Китапхананың уҡыу залында ошо көнгә арналған “Тыуған яғыбыҙҙы шиғырҙарыбыҙҙа данлайбыҙ”исемле китап күргәҙмәһе урын алды.Күргәҙмәлә яҡташ шағирҙарыбыҙҙың төрлө йылдарҙа сыҡҡан китаптары менән яҡынданыраҡ таныша алаһығыҙ.
Һеҙҙең ихтибарығыҙға Базит Бикбайҙың “Ер”поэмаһын Т.Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Баймурзина Р.Ф.һөйләй.

Наверх