/ Новости / Проект_“Тыуған_еренә_дан_йырлаусы”

Проект_“Тыуған_еренә_дан_йырлаусы”

#мәғлүмәт–библиография_бүлеге
#проект_“Тыуған_еренә_дан_йырлаусы”
#шағир_Әсхәл_Әхмәтҡужин

Мәғлүмәт – библиография бүлеге һеҙҙең иғтибарығыҙға шағир, тәржемәсе Әсхәл Әхмәтҡужиндың ижадына бағышланған “Тыуған еренә дан йырлаусы” исемле проект сиктәрендә библиографик ҡулланма тәҡдим итә.
Республикабыҙҙың Ғәлимов Сәләм, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге, Бәләбәй ҡалаһының Фәтих Кәрим исемендәге төбәк-ара, Әбйәлил районының әҙәбиәт өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов исемендәге һәм Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличныгы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, Әбйәлил районының Почетлы гражданы шағир һәм тәржемәсе Әсхәл Әхмәт –Хужаның был библиографик ҡулланмаһына тыуған яҡ, Асҡар ауылына арналған шиғырҙарына башҡорт композиторҙарының һәм үҙешмәкәр яҡташ композиторҙарыбыҙҙың йырҙары тупланды. Концерт залдарында, радиола, телевидениела йыш яңғыран һәм көндәлек тормошта – клуб сәхнәләрендә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ололар ҙа, кеселәр ҙә яратып башҡарған йырҙар теҙмәһен уҡый алаһығыҙ.
Библоиграфик ҡулланма шағирҙың ижадын үҙ итеүселәр, һөйөүселәр һәм бөтә йәштәге китап уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән.



Скачать (PDF, 1.11MB)

 

Наверх