/
Краеведение /
Абзелил-край родной! /
Мөнирә Хәкимйән ҡыҙы Кирәеваның «...үҙәккәйем китә уңгәҙәп» китабының исем туйы
Мөнирә Хәкимйән ҡыҙы Кирәеваның «…үҙәккәйем китә уңгәҙәп» китабының исем туйы
Асҡар район үҙәк китапханаһында Тал-Ҡусҡары ауылынан Мөнирә Хәкимйән ҡыҙы Кирәеваның «…үҙәккәйем китә уңгәҙәп» китабының исем туйын үткәрҙек. Был кисәгә билдәле шағирҙар, ижадташ дуҫтары, туғандары, ауылдаштары, классташтары, уҡыусылары килделәр. Ул үҙенең китабына ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлама биреп үтеп китте. Был китаптың материалдарын ҡайҙан, ҡасан, кемдәрҙән йыйып алып тупланыуы тураһында һөйләне. Уеың был китабы тулыһынса Тал-Ҡусҡары ауылы һәм шул ауылдан сыҡҡан билдәле шәхестәр тураһында тәфтирләне. Китабы буйынса ҡыҫҡаса презентация күрһәттек. Мөнирә Хәкимйән ҡыҙы Кирәеваға ныҡлы-һаулыҡ, ижад ҡомарының һүнмәүен күңел байлығың һүрелмәһен, ҡәләмәргеҙ һәр-саҡ тирбәләп ижад емештәрен күрергә яҙһын.