/ Новости / День национального костюма

День национального костюма

#МойНациональныйКостюм
#МиллиКостюм
#милликейем
#абонемент
Милли кейем—милли төҫ, милли сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел, ә халыҡтың оло тарихын, сәнғәтсән ҡеүәһен күрһәткән дәлил ул. Башҡорттарҙың кейемгә талапсан, ыҫпайлыҡҡа битараф булмағанлығы тураһында беҙ ишетеп кенә түгел,ә ысынбарлыҡта ла шулай икәнен күреп беләбеҙ. 11 сентябрь Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан китапхана хеҙмәткәрҙәре Айгөл Афзал ҡыҙы һәм Лидия Ғирфан ҡыҙы, башҡорт милли биҙәүестәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороусы “Йәш техниктар станцияһы” өҫтәлмә белем биреү йортоноң педагогы Гөлшат Афзал ҡыҙының башҡорт милли биҙәүестәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап, Ф.Ғөбәйҙуллинаның “Затлы кейем” шиғырын тасуири уҡып, “Өләсәй һандығы нимәләр һаҡлай икән?” тигән әңгәмә үткәрҙеләр. Шуныһы ҡыуаныслы, үҫеп килгән йәш быуын милли кейемдең тарихы менән ҡыҙыҡһына, өйрәнә. Халҡыбыҙҙың оҙайлы тарихы, үткәне, көнкүреше, шөғөле, ере, тәбиғи шарттары милли кейемебеҙҙә сағыла. Ә милли кейем, милли телдән ҡала, милләттең төп сифаттарының береһе, рухи ҡаҙанышының сағылышы булып тора.

Наверх