/ Новости / #МойНациональныйКостюм

#МойНациональныйКостюм

#МинеңМиллиБиҙәүесем
#МоеНациональноеУкрашение
#МиллиКостюм
#лонгрид-репортаж
#өләсәйем һандығы
#бабушкинCундук
#абонемент

Башҡорт милли

кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкү

реше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. (Т. Бураҡаева)

Кейем үҙенең төп тәғәйенләнешенән тыш үҙ-ара аралашыуҙы еңелләштергә тейеш булған. Кейемдә сағылған социаль айырма билдәләрен өс төргә бүлергә мөмкин: 1) йәш айырмаһы билдәләре; 2) ғаилә хәлен билдәләүсе кейем элементтары; 3) социаль дәрәжә билдәләре.
XVII быуаттан башлап ҡына башҡорт милли костюмы тураһында яҙма сығанаҡтар билдәле. XVII—XVIII быуаттарҙа халҡыбыҙ күрше милләттәр менән тығыҙ мәҙәни бәйләнештә тормаған, шуға ла милли үҙенсәлектәр ҙә нығыраҡ һаҡланып килгән. Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән, кесерткәндән һуғылған туҡыма, һарыҡ тиреһен йәнлек тиреләрен, кейеҙҙе, йөнде, мамыҡты файҙаланған. Башҡорттар сит илдәрҙән (Бөйөк ебәк юлы аша) килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларында ҡулланған, уларҙың өлгөләре боронғо ҡорғандарҙа ла табыла. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем — затлылыҡ билдәһе һаналған.
XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән, елән, тун кейһә, был осорҙа билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ

кейемдәр киң тарала. Бигерәк тә ир-егеттәрҙең кейеме ҙур үҙгәреш кисерә. XIX быуат башындағы гравюраларҙа ир-егеттәр боронғо кейем кейһә, быуат аҙағындағы фотоларҙағы кейем айырмаһы күҙгә ташлана. Баш

ҡорт кейемдәре, бигерәк тә, байрам өсөн кейемдәре бик күп төрлө. Көн торошона һәм миҙгеленә ҡарамай, эске кейем өҫтөнән ҡат-ҡат халат кейгәндәр.
Киң таралған оҙон кейемдәрҙән еләнде ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән. Еңле, эслекле кейем. Ирҙәр өсөн тура төшөрөп, ҡуйы төҫтәрҙәге мамыҡ, бәрхәт, ебәк, атлас туҡымаларҙан теккәндәр. Өҫтөнөн ҡыҙыл туҡыма тегеп еңенә, итәгенә, салғыйына биҙәк эшләгәндәр.
Ҡатын-ҡыҙ еләне билләп тегелгән, итәге ҡыйылып торған. Сағыу төҫтәге бәрхәттән, ебәктән, ҡара сатиндан теккәндәр. Еңенә, итәгенә, салғыйына ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтә туҡымаларҙан семәрләп биҙәк һалғандар.Өсмөйөшләп яурынса тегеп, ҡабырсаҡ менән биҙәгәндәр. Өҫ кейеме кәзәкей(ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеме)—эслек, ең һәм төймәләр менән тығыҙ ҡаптырма менән семәрләп ҡуйып тегелә. Билле, итәге ҡыя. Ирҙәр өсөн тура яғалы, уйып яһалған кеҫәле, ҡуйы төҫтәге мамыҡ йәки йөн туҡыманан.
Кәзәкей — өҫ кейеме. Билле костюм. Еңдәре ҡатлап тегелгән. Муйынды ҡаплағансы төймә менән ҡаптырып ҡуйылған.
Ундай кейем ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ирҙәр өсөн дә тегелгән. Ирҙәр өсөн кәзәкейҙе Ҡараңғы төҫтәге кизе-мамыҡ йәки йөн туҡыманан теккәндәр. Яғаһын тура итеп, ян-яҡтарынан кәҫә уйылған.
Кәзәкей беҙҙең милли кейемебеҙ түгел, әммә башҡорттар уны ике-ике ярым быуат буйы кейгән.
Кәзәкей башҡорт полктарында хәрби кейем булараҡ та ҡулланылған.
Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән. Ҡыҙҙарҙың сәс биҙәүестәре бик күп төрлө булған, һәр яҡта үҙенсә аталған: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмау, сәсҡап, сулпы һ.б. Ҡыҙҙар баштарына таҡыя, маңлайса, ҡалпаҡ тип аталған баш кейемдәре кейгән.
ХХ быуатҡа тиклем ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме башлыса биҙәлеше менән айырылған .Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, киң ыштан, еңһеҙ ҡыҫҡа камзол йәки сапан(кәзәки) кейгәндәр. Байрамда ебәк йәки бәрхәт елән, бишмәт кейгәндәр. Ҡыш көнө тун, толоп, буҫтауҙан тегелгән сәкмән кейгәндәр.
Байрам өсөн дә елән менән тундары булған. Еләндәрен мәрйен, тәңкә, ынйы, аҡыҡ тегеп төҫлө биҙәктәр менән семәрләгәндәр . Ҡулдан һуғылған биҙәкле туҡыманан күлдәк, алъяпҡыс теккәндәр.
Иләнгән тиренән аяҡ кейемдәре (сарыҡ, башмаҡ, ҡата, калуш) кейгәндәр. Күпләп мал ҡөткәнлектән, тирегә ҡытлыҡ булмаған.Ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейемдәренә төҫлө һыҙаттар тегеп сығылған, йөндән суҡтар эшләп ҡуйылған. Баш кейеме буйынса ҡатын-ҡыҙҙың йәше, ғаилә хәле тураһында белеп булған. Баш кейемен тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, металл ҡалайҙар тегеп сағыу итеп биҙәгәндәр. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бүрек кейгән. Йәнлек тиреһенән дүрт ҡыя һәм ике ярым түңәрәктән йәки дүрт ҡыя һәм түңәрәк төп ҡырҡып алып теккәндәр. Ҡама, ҡондоҙ, һуҫар һәм башҡа тиреләр ҡулланылған. Байрам өсөн тегелгән бүреккә ҡондоҙ(ҡамсат бүрек) йәки ҡама тиреһенән (ҡама бүрек) тирәс ҡуйғандар. Бүректе таҫтар йәки яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр.
Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ҡашмау кейгән. Өлкән йәштәге ҡатындар киндерҙән йәки ситсанан аҡ яулыҡ(таҫтар) ябынған. Бай ҡатындар өҫтәп бүрек кейгән, дебет шәл, яулыҡ ябынған. Аяҡтарына быйма, башмаҡ , тула ойоҡ, киндер ойоҡ, йөн ойоҡ кейгәндәр. Байрамда кейә торған ойоҡтарын төрлө төҫтәге һәм рәүештәге ҡорама тегеп биҙәгәндәр.
Йылыла — ҡалпаҡ, түбәтәй, таҡыя, яҙлы-көҙлө — көләпәрә һәм еңел бүрек, ә инде ҡышҡы һыуыҡта тире бүрек кейгән.
Ирҙәр кейеме.
Ирҙәр күлдәк-ыштан, өҫ яҡҡа камзол, йәки сәкмән кейгән. Көньяҡ Урал яҡтарында ирҙәр күлдәгенең яғаһы булмаған. Муйын киҫемен иңербау менән бәйләп ҡуйғандар.
Ҡышҡыһын һарыҡ тиреһенән тегелгән тун һәм толоп кейгәндәр (билле тун, тире тун). Байрам өсөн күлдәктәренә семәр сиккәндәр. Кейемдәренең бер өҫтәмәһе булып билбау тора. Байрам өсөн ҡәмәр — матур ҡаптырмалы киң билбау булған. Ул биҙәкле буҫтауҙан, бәрхәттән, ебәктән тегелгән. Биҙәү өсөн аҡыҡ, ынйы, фирүзә таш, металл ҡалайҙар менән биҙәп, сигеп семәрләгәндәр. Елән, камзул өҫтөнән билбау быуғандар.
Өлкәндәрҙең түбәтәйе ҡараһыу төҫтәрҙән, йәштәр өсөн сағыу төҫтән тегелгән. Ебәк, йөн еп менән сигеп, мәрйен, ҡабырсаҡ, уҡа менән биҙәлгән. Йәнлек (һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен) тиреһенән тегелгән бүрек, кәпәс кейгәндәр. Ситен ҡиммәтерәк тире менән ҡырпығандар.
Дала яҡтарында яурын һәм арҡаларына төшөп торған көләпәрә, ҡолаҡсын кейеп йөрөгәндәр. Улар кейеҙҙән, буҫтауҙан, тиренән теккәндәр. Ҡалпаҡтары кейеҙҙән булған. Итек тышынан калуш кейгәндәр. Мәсеткә, ҡунаҡҡа барғанда калушты сисеп ингәндәр. Ойоҡ кейәләр һәм өҫтөнән сылғау урайҙар.
Башҡорт кейеме бөтә төбәктә лә көмөш һәм мәрйен менән мул биҙәлгән ҡатмарлы ансамбль тәшкил иткән.Малсылыҡ менән шөғөлләнеп кусмә тормошта йәшәгән халыҡ булараҡ,башҡорттоң кейеме тегелеше, төрө һәм биҙәлеше менән шул шарттарға ярашлы формалашҡан.Кейем тегеүҙә һарыҡ тиреһе,күн, тула,һарыҡ йөнөнән туҡылған һәм бәйләнгән әйберҙәр файҙаланылған.Дала урман йәнлектәренә (төлкө,бүре,тейен,һеләүһен һәм башҡалар) һунар итеү халыҡты тире менән тәьмин иткән.Киндерҙе эшкәртеп һәм оҫта итеп һуғып эске кейем теккәндәр.Ҡулдан һуғылған туҡыма менән бер рәттән,башҡорттар Ҡытайҙан,Персиянан һәм Урта Азиянан ҡайтарылған ебәк һәм кизе-мамыҡ тауарҙарҙы ла ҡулланған.XVIII быуатта башҡорттар ҡулдан һуғылған туҡыманан тегелгән күлдәк кейгән.Уларҙың иҙеүе һәм ең остары сигеүле булған.Бурҙат төҫөндәге яғаһы менән кештәктәре,ҡыҙыл биҙәктәре аҡ киндерҙән тегелгән күлдәктәрҙе уғата ҡупшы итеп күрһәткән.
XIX быуат аҙағы һәм XX быуат баштарында ирҙәр һәм ҡатындарҙың төп эске кейеме булған ыштан һыбай йөрөүгә ҡулайлаштырып тегелгән килеш һаҡланған: ике тура балаҡ киң дүрткел ялғау менән тоташтырылған.Ирҙәр тура тегелгән оҙон күлдәкте ыштан тышына һалып кейә торған булған.
XX быуат баштарында ҡатын-ҡыҙҙар өҙөк билле,ултыртма яғалы һәм түшендә ҡаплауысы булған күлдәк кейә башлаған.Ә боронғо күлдәктәр билдән өҙә беселмәгән, төрлө төҫтәге таҫма менән әҙепләнгән иҙеүҙәре асыҡ булған.Шуға күрә түшкә күлдәктең аҫтынан арҡыры буй биҙәк һалынған йәки сигелгән йоҡа ғына сепрәк түшелдерек, күкрәксә таға торған булғандар.Киң ҡайтарма яғалы ирҙәр күлдәге муйын тирәһендә суҡлы эңербау менән бәйләп ҡуйылған.
Малсылыҡ менән шөғөлләнгән башҡа халыҡтарҙыҡы кеүек үк,башҡорттарҙа ла камзул, туҡыманан һәм буҫтауҙан тегелгән елән,сапан,сәкмән,бишмәт,кәзәкей кеүек өҫкө кейем мотлаҡ булған.Уларҙың ҡайһыларын,мәҫәлән,камзул, кәзәкей һәм бишмәтте елән,сапан,сәкмән менән дә бергә кейгәндәр.
Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың өҫкө кейемдәре ҡупшылығы менән айырылып торған.Йола буйынса,елән менән аҡ сәкмән,ә ҡайһы берҙә бишмәт тә,туй кейеме сифатында әҙерләнгән.Биҙәгәндә ҡыҙыл һәм йәшел буҫтау,уҡа,ҡорама биҙәк,сигеү,металл ҡаптырмалар,мәрйен,сәйлән файҙаланылған.Туй кейемен кәләш кейәү йортона төшөр алдынан кейгән.Аҙаҡ был кейемде байрамдарҙа һәм кеше араһына сыҡҡанда ғына кейгәндәр.Елән менән сәкмәнде яурынға һалып ҡына йөрөтмәгәндәр,башҡа ла бөркәнгәндәр.Йола буйынса,килен таныш булмаған ир-аттан,ҡайны-ҡайнағаларынан йөҙөн елән йә сәкмән итәге менән ҡапларға тейеш булған.Күлдәктең киң еңдәре һәм таҫтар башы ла шул маҡсатҡа хеҙмәт иткән.
Тун ҡышҡы ғына түгел,байрам кейеме лә булған.Уны һарыҡ,бәрәс,бүре йәки затлы тиренән теккәндәр.Байрамса тундарҙы бәрхәт,плүш,ситтән ҡайтарылған ебәк менән тышлағандар.Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡама тиреһе менән тотолған,йәғни, ҡама тундар юғары баһаланған.Ҡупшы тун,йышыраҡ төлкө тәпәйҙәренән тегелгән баса тун,йола буйынса,туй бүләктәре араһында булған,уны егет кәләшенең әсәһенә ҡыҙын тәрбиәләгән өсөн рәхмәт йөҙөнән бүләк иткән.Уны һөткә түләү тип йөрөткәндәр.Йылҡысылыҡ менән бәйле ғәйәт боронғо кейемдәрҙең береһе-ҡолон йәки йылҡы тун бик үҙенсәлекле булған,ифрат экзотик күренгән.Йылҡы тиреһе аттың ялы йә еңдең,йәки арҡаның буйынан үтерлек итеп бесеп тегелгән.
Ҡышҡыһын киң,оҙон толоп кейгәндәр.Уның ҙур яғаһы атлы юлсыны дала бурандарының ҡарлы еленән һаҡлаған.Өйҙә баҫылған ҡалын тула сәкмән (мәллә) дә толоп кеүек тегелгән һәм ҡышҡы сасҡау һыуыҡтарҙа кейеү өсөн тәғәйенләнгән.Ҡыш көнө башҡа кейер өсөн тиренән йәки буҫтауҙан ҡолаҡсын,көләпәрә,ялағай теккәндәр.Түңәрәгерәк дүрт ҡыйыҡтан тегелгән осло башына яурын менән арҡаға тәшөп тормалы киң елкәсен ҡоршалған.Башҡорт ирҙәре йыл әйләнәһенә дүрт ҡыйыҡтан тегелгән, ситтәре ҡаймалы бүрек,кәпәс йәки түбәтәй кейгән.Кәләш кейәүенә суҡтар,мәрйен менән биҙәлгән сигеүле түбәтәй бүләк итә торған булған.
XIX быуатта һәм XX быуаттың беренсе яртыһында ҡатын-ҡыҙҙар,ғәҙәттә,яулыҡ,ҡушъяулыҡ,шәл ябынған.Урал аръяғының төньяғында һәм көнсығышында йәш ҡатындар маңлайҙарына һарауыс бәйләгән,ҡалпаҡ кейгән,төрлө көмөш һәм мәрйен биҙәүестәр таҡҡан,өҫтөнән яулыҡ йәки бөркәнсек ябынған.Сигелгән киндер туҡыманан яһалған таҫтамал рәүешендәге ғәжәп матур таҫтарҙар XIX быуатта уҡ ҡулланыуҙан сыҡһа ла, XX быуаттың урталарына тиклем өлкән быуын уларҙы хәтерләй ине әле.
Көмөш тәңкәләрҙән һәм мәрйендән яһалған ҡашмау сәхнә кейеме,милли кейем булараҡ беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән.Ул ҡыҙыл туҡыманан башты ҡыҫып торҡан кәләпүш рәүешендәге елкәне асыҡ ҡалдырып тегелгән,ерлеге мәрйен менән ҡапланған һәм уратып тәңкәләр баҫылған.Төрлө төҫтәге мунсаҡ,сәйлән,мәрйен,суҡ менән биҙәлеп арҡаға төшөп торған киң булмаған туҡыма киҫәге ҡойроҡ йәки өңгө тип атала.Ҡашмау сылбырлы һырға менән биҙәлгән, матур ҡаптырма менән беркетелгән.Уны шулай уҡ маңлайға төшөп торған һәм маңлайса йәки маңғайса тип йөрөтөлгән бәйләүес, сикә тирәһенән ҡашмауға беркетелгән оҙон сулпылар биҙәп тора.Һоратылған ҡыҙға инәйҙәр ҡашмау өсөн мәрйен һәм көмөш тәңкәләр алып килә торған булған.Ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡашмауҙы йола буйынса кейәү бүләк иткән,тик ҡатын уны улы тыуғас ҡына кейә алған.Борон түбәһе ослайып торған,маңлайсаһы һәм арҡалығы булған, башкейем йәки кәләбәш тип йөрөтөлгән үҙенсәлекле баш кейеме лә булған.
Ҡатын-ҡыҙҙың кейемен түшелдерек,иңһәлек,елкәлек,сәсҡап кеүек бик күп биҙәүестәр тағы ла ҡупшыраҡ итеп күрһәткән.Уларҙы туҡымаға мәрйен,мунсаҡ,көмөш тәңкә,һырға,сылбыр,ваҡ ҡына ҡыңғырауҙар,ҡабырсаҡтар,мәрүәт пластиналар һәм төймәләр тегеп яһағандар.Балдаҡ,йөҙөк,беләҙек,алҡа,һырға,сулпы,муйынса,яға сылбыры кеүек көмөш әйберҙәр ҙә таҡҡандар.Биҙәүестәр өсөн материалды уның тылсым көсөнә ышанып һайлағандар.Көмөш паклау-һаҡлау көсөнә эйә тип ышанғандар,уның ялтырауынан һәм сыңлауынан яман заттар ҡурҡып ҡаса тип уйлағандар,шуға күрә кейемдә матур итеп сыңлап торған көмөш сулпылар күп булған.Нығыраҡ сыңлаһын өсөн сулпыларҙы һәм тәңкәләрҙе сылбырға,бауға беркеткәндәр йәки ҡушарлап аҫҡандар.Башҡорт ҡыҙҙарын тәүҙә ишетәһең, шунан ғына күрәһең,тигән әйтем юҡтан ғына килеп сыҡмаған.Мәрйендәр иһә түл һәм байлыҡ килтерә,тип ышанғандар.Ғәжәйеп матур мәрйендәрҙе Көнсығыш баҙарынан алып ҡайтып һатҡандар.Йола буйынса егет туй алдынан кәләшенә еләнлек туҡыма менән бергә уны биҙәү өсөн бер ни тиклем мәрйен бүләк итергә тейеш булған.
Ярым затлы таштарҙан аҡыҡ ныҡ таралған.Уны сулпыларға,сәсҡапҡа теккәндәр,йөҙөк-беләҙектәрҙе ҡашлағандар.Был йоланың тамырҙары аҡыҡты бәхет ташы тип иҫәпләгән һәм кейем биҙәү өсөн ҡулланған Яҡын Көнсығыш һәм Урта Азия халыҡтарына барып тоташа.
Аяҡ кейемдәре лә төрлө булған:табан өлөшө йылҡы йәки һыйыр тиреһенән тегелгән ҡынйыраҡ,ҡунысы тубыҡҡа етеп торған йомшаҡ табанлы тула сарыҡ,тула ҡуныслы,ҡаты табанлы ҡата,кейеҙ ойоҡ,тула ойоҡ һәм башҡалар.Аяҡ кейемендәге туланы төрлө төҫтәге буй-буй биҙәктәр,күндән ҡырҡылған оҙонса ярымтүңәрәк йәки өсмөйөштәр,ҡатмарлы аппликация менән биҙәкләгәндәр.Байрам ҡаталарының күндән тегелгән башын рельефлы йөй,йөн суҡтар,мәрйен һәм мунсаҡтар,металл ҡаптырмалар һәм даға менән матурлағандар.Йәш ирҙәр һәм ҡатындар ҡара йәки башҡа төҫтәге күтәрмәле итек,ә өлкәндәр йомшаҡ ситек менән тәрән кун калуш кейгән.

Наверх