/ Новости / «Илем аҡһаҡалы Мортаза» китап күргәҙмәһе

«Илем аҡһаҡалы Мортаза» китап күргәҙмәһе

#Президент_Рәхимов
#Илем_аҡһаҡалы_Мортаза
#90_йәш

Бөгөн Республикабыҙҙың тәүге Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған көнө. Уға 90 йәш тулған булыр ине. Ошо уңайҙан Үҙәк район китапханаһының хеҙмәтләндереү бүлегендә – бөйөк тарихи шәхес, халҡыбыҙҙың тоғро ҡалҡаны, Ил ағаһы Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың иҫтәлеге хөрмәтенә, уның тормош һәм хеҙмәт юлына арналған «Илем аҡһаҡалы Мортаза» тип исемләнгән китап күргәҙмәһе ойошторолдо.
Китап күргәҙмәһендә күренекле яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Ғәлим Хисамовтың «Ағиҙел» журналында баҫылып сыҡҡан документаль романы «Президент Рәхимов», Әбйәлил районының «Осҡон» газетаһының элекке мөхәррире Фәйзуллин Самат Исҡужа улы төҙөгән «Әбйәлилдәр һәр саҡ тоя Президенттың хәстәрен…» йыйынтығы һәм башҡа тос йөкмәткеле, Мортаза Ғөбәйҙулла улының республиканың үҙаллылығын һаҡлауға күп көс һалған, халыҡ яҙмышы өсөн борсолған, уның мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан етәксе булыуын сағылдырған китаптар урын алған.


Наверх