/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Творческий вечер “Тауҙарыма ҡарап мин тау булам ...”

Творческий вечер “Тауҙарыма ҡарап мин тау булам …”

#АбзелилБиблиотека
#ГульнараХальфетдинова

Район мәҙәниәт йортонда, яҡташыбыҙ, талантлы шағирә Гөлнара Нәжип ҡыҙы Хәлфетдинованың ижадына арналған “Тауҙарыма ҡарап мин тау булам …” тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте.
Гөлнара Хәлфетдинова – башҡорт шиғриәтенә һалмаҡ аҙымдар менән килеп ингән шағирә. Яҙмыш ҡушыуы буйынса төрлө ижади өлкәләрҙә эшләргә насип була уға: байтаҡ йылдар Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Тамыр” телеканалында, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Шоңҡар” журналдарында эшләй, хәҙер “Ағиҙел” журналының шиғриәт бүлеген етәкләй.
Сараға шулай уҡ “Бер матур халыҡтың балаһы һин” исемле онлайн шиғыр бәйгеһендә ҡатнашыусы уҡыусылар, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, урта йәштәгеләр, ололар саҡырылды. Уларға төрлө дәрәжәләге дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Алып барыусылар А.Тоҡомбәтова һәм З.Сафина шағирәнең тормош һәм ижад юлына байҡау яһанылар. Музыкаль кисәне электрон презентация оҙатып барҙы. Бар яҡлап та килгән яҡташыбыҙҙың ижад кисәһенә килеүсе коллегаларының ҡотлауы кисәгә мәртәбә өҫтәне. Улар: билдәле прозаик, драматург, “Салауат Юлаев” ордены кавалеры, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин, прозаик, «Ағиҙел» журналының баш мөхәррир урынбаҫары, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев, яҙыусы, ғалимә, филология фәндәре кандидаты, “Ағиҙел” журналының яуаплы сәркәтибе Луиза Риф ҡыҙы Кирәева. Шулай уҡ шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзының етәксеһе урынбаҫары, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина һәм балалар яҙыусыһы, журналист, тәржемәсе Гөлнара Дамир ҡыҙы Мостафинаның сығышын халыҡ алҡыштар менән ҡаршыланы.
Г. Хәлфетдинова һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы Элиза Ямалова “Йөрәгең дөрләһә мөхәббәттән”, Айгөл Суфьянова «Ҡоштарҙың артынан» Азамат Итикәйев “ Ир егеттең йәшен һорамайҙар “ башҡарҙы. Шулай уҡ автор һүҙҙәренә балалар өсөн ижад ителгән йырҙар ҙа яңғыраны. “Талисман” балалар вокал ансамбле тәрбиәләнеүсеһе Рияна Хәйбуллина башҡарыуында “Йомро ҡояш” һәм “Ете ҡыҙ” вокал ансамбле башҡарыуында “Ете ҡыҙ” йырын ишеттек (етәксеһе – Фәнилә Нөғәмәнова). Гөлнара Хәлфетдинова һүҙҙәренә, Рәмил Туйсин ижад иткән «Атай һүҙе» йырының премьераһы килеүселәр өсөн күстәнәс булды.Ул йырҙы Вилдан Зәйнишев башҡарҙы (етәксеһе Ринат Ҡорманаев).
Фойела ойошторолған ”Йәшәү тамырҙарым тыуған еремдә” исемле китап күргәҙмәһе башҡорт шиғриәтенең ғорурлығын сағылдырған китаптары һәм яҡташыбыҙҙың ижады менән таныштырҙы.

Наверх