/ Новости / "Ил тарихы Һине күптән яҙҙы, Хәтеренә беҙҙең быуаттың... ": хәтер кисәһе

“Ил тарихы Һине күптән яҙҙы, Хәтеренә беҙҙең быуаттың… “: хәтер кисәһе

#Уҡыу_залы
#Мортаза_Рәхимов
#Ил_ағаһы

Мортаза Рәхимов… Башҡортостандың Беренсе Президенты. Лидер. Шәхес.Сәйәсмән. Талапсан етәксе. Республикабыҙҙың тотош бер дәүер йылъяҙмаһы Мортаза Рәхимов исеме менән бәйле.
Бөгөн, 7 февраль уның тыуған көнө. Ошо уңайҙан китапхананың уҡыу залында халҡыбыҙҙың олуғ улы иҫтәлегенә “Ил тарихы Һине күптән яҙҙы, Хәтеренә беҙҙең быуаттың… ” тип исемләнгән уҙҙы.
Осрашыуҙа Мортаза Рәхимовты яҡындан белгән, уның осоронда эшләгән замандаштары, “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы ағзалары, шәхестең яратҡан “Миләш” фольклор төркөмө, студенттар, «Таһир Кусимов исемендәге гимназияның” 8 “А” класы уҡыусылары (кл.етәксеһе Истәмғәлин И.Н.) ҡатнашты.
Уларҙың һәр береһе Мортаза Ғөбәйҙулла улының ил киләсәген ҡайғыртыусы, хәстәрлекле етәксе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.Уның эшмәкәрлеген өлкән быуында,йәштәрҙә күрҙе.
“Мортаза Ғөбәйҙулла улы Башҡортостанды оло юлға сығарҙы. Ауылдарҙа мәктәп, ФАП-тар, мәсеттәр, Асҡарҙа гимназия, дауахана, “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексын, “Юрға” спорт мәктәбен төҙөттө, һәр ваҡыт эш барышын тикшереп торҙо, тантаналарҙа үҙе ихлас ҡатнашты һәм ябай халыҡ менән аралашты,” тип бәйән итте Самат Исҡужа улы Фәйзуллин.
«Быға дәлил булып бәләкәй генә Рысҡужа ауылында өр-яңы, матур, бөтә уңайлыҡтары булған кирбестән белем усағы ҡалҡып сыҡты,” тине Ҡаҙмаш мәктәбенең элекке директоры Рәжәп Яҡупов.
Кисәлә сәсәниә Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы Садиҡова Рәхимовҡа арнап яҙған таҡмағын уҡып ишеттерҙе. “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы ағзалары Гөлнара Ғибәҙуллина менән Фәрзәнә Хамматова шәхес хаҡында ижад иткән шиғри күстәнәстәрен һөйләне. Рифат Сәйетғәлин башҡарыуында “Солтанаҡ” бейеүе сараның биҙәге булды. Ә “Миләш” ансамбле ил ағаһы хаҡында хәтирәләре менән бүлешеп, уның хөрмәтенә ижад иткән таҡмаҡтарын әйтте. Әхмәтйәнов Еңеү Шәкирйән улы үҙе эшләгән осорҙа Мортаза Рәхимов менән осрашып, күрешкән кеше булараҡ уның шул хәтлем ябай, ихлас булыуы хаҡында һөйләп үтте. Ә инде йәш быуын вәкиле Хәкимов Иҙел Фәрит улы “Юрға” спорт мәктәбенә һәм “Батыр” физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөү мөмкинселеге бәхетен биргәне өсөн Мортаза Рәхимовҡа оло рәхмәттәрен еткерҙе, килгән уҡыусыларҙы белем алырға, үҙ телен яҡшы белергә өндәне. Башҡортостан халҡы хәтерендә һәр ваҡыт көр күңелле, шаян һәм аҡыллы һүҙле, кәрәк саҡта әсе телле, мөһәбәт булып ҡаласаҡ Шәхесебеҙ. Аллаһы Тәғәлә изгелектәреңде меңдәрсә сауап итеп, әжерен бирһен хөрмәтле Мортаза Гөбәйҙулла улы.

Наверх