/ Новости / “Тормош матурлығы уның булмышында”

“Тормош матурлығы уның булмышында”

#Проект_Замандаш
#Уҡыу_Залы

30 майҙа китапхананың уҡыу залында «Замандаш» проекты сиктәрендә уҙғарылған өсөнсө сарабыҙҙа бик матур үтеп китте.
Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙына бағышланды был кисә.
Уҡытыусы…Был һүҙҙе әйткәндә үк яуаплылыҡ, тырышлыҡ, хәстәрлекле булыу, балаларҙы ихлас яратыу, шул уҡ ваҡытта талапсанлыҡ кеүек һыҙҙатарҙы күҙ алдына килтерәһең.Таһир Кусимов исемендәге гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы Муллахметова үҙ асылына был сифаттарҙың барыһында һыйҙырған. Шуға ла беҙ кисәбеҙҙе “Тормош матурлығы уның булмышында”тип атаныҡ.
Альбина Ринат ҡыҙының тулы портретын асып бирергә яҡындары, әсәһе,балалары,коллегалары, дуҫтары йыйылды. Хөрмәтле ҡунағыбыҙ бала сағы, уҡыу йылдары, тәүге эш көнө, яратҡан һөнәренә нисек килеүе тураһында ҡыҙыҡлы тормош хәтирәләре менән бүлешеп үтте. Сарала ҡатнашыусылар сығыштарында Альбина Ринат ҡыҙының маҡсатҡа ынтылыусан, талапсан,тырыш хеҙмәткәр, яҡшы әсәй, тоғро тормош юлдашы,уңған хужабикә, ысын дуҫ булыуын билдәләне. Сарабыҙға Рәсилә Әбүшахманова, Вил Йәнйегетов,Флүрә Рахматуллина башҡарыуында моңло йырҙар йәм өҫтәне.
Алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ тап шундай сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һығымтаға килеп осрашыуҙы тамамланыҡ.

Наверх