/ Новости / "Ағиҙел" журналы Әбйәлилдә

“Ағиҙел” журналы Әбйәлилдә

“Ағиҙел”дең Әбйәлил районына сираттағы эш сәфәре бик юллыҡлы булды. Райондың үҙәк китапханаһында “Йәйғор” ижади берекмәһе менән эшлекле осрашыу уҙҙы. Районда ижади күңелле, яҙышҡан кешеләрҙең күп булыуы, уларҙың әүҙемлеге күңелде күтәрҙе. Былтыр баҫмабыҙ уҙғарған Рауил Бикбай исемендәге поэмалар бәйгеһендә 3-сө урын яулаған шағирә Фәнүзә Биктимероваға Еңеүсе дипломын һәм Рауил Төхвәт улының тормош иптәше Фәриҙә Яҡуп ҡыҙы ебәргән бүләктәрҙе лә, ниһайәт, тапшыра алдыҡ.
Беҙҙең менән шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдина ла барғайны. Форсаттан файҙаланып, китапханасылар уның менән дә осрашыу ойоштороп ебәрҙе. Асҡар китапханаһы ҡыҙҙары журналыбыҙҙың һәр башланғысын гелән күтәреп алып, ярҙам итеп тора, рәхмәт уларға!
Зөһрә апай Ҡотлогилдина әле һуғыш балаларына арналған китабының яңы томын әҙерләй, Асҡарҙа һуғыш осорон тап иткән оло кешеләр менән күрешеп, мәғлүмәттәр тупларға ла өлгөрҙө ул.
Мин иһә билдәле шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның тормош иптәше Лүзә апай һәм уларҙың улдары Азамат Әсхәл улы менән күрешеп һөйләштем. Шулай уҡ, ҡабатланмаҫ талант эйәһе Айһылыу апай Йәғәфәроваға ла ҡунаҡҡа инеп, тәмле сәйҙәрен эсеп сыҡтыҡ әле юл ыңғайында.

Гөлнара Хәлфетдинова.

Наверх