/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Районный конкурс чтецов «Тыуған еренә дан йырлаусы»

Районный конкурс чтецов «Тыуған еренә дан йырлаусы»

#БиблиотекаАбзелил
#АсхальАхметХужа
#БашҡортМәҙәниәтеҺәмМираҫыЙылы
13 апрель Амангилде ауылында «Тыуған еренә дан йырлаусы» район шиғриәт бәйгеһе уҙҙы. Сара яҡташыбыҙ, танылған шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Әсхәл Әхмәт-Хужаның тыуыуына 80 йәш тулыуға һәм Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналды.
Конкурсҡа килгән һәр ҡатнашыусы Әсхәл Әхмәт-Хужаның шиғырҙарын ихлас күңелдән һөйләне. Сөнки шағирҙың әҫәрҙәренең һәр береһенә оптимистик рух хас, һәр береһе йәшәүгә дан йырлай. Матур сара шағирҙың һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар менән бергә үрелеп барҙы. Бөтә шағирҙар ҙа йыр тексы ижад итә алмай. Быға бик һирәктәр генә өлгәшә. Был йәһәттән дә Әсхәл Әбүталип улы бик бәхетле. Уның халыҡ араһында билдәлелек яулаған, бөгөнгө көндә яратып йырланған йырҙары бихисап. Ошо йырҙарҙы Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Садиҡ Шаһыбалов башҡарыуында тыңлап, Амангилде ауылы клубы хеҙмәткәрҙәренең дәртле бейеүҙерен ҡарап, илһам, рухи көс алып ҡайттыҡ. Ә ауылдашы, һәүәҫкәр композитор Сания Мортазина тарафынан ижад ителгән премьераны Гөлфирә Йәһүҙина башҡарыуында тәүгеләрҙән булып ишетеү оло бүләк булды.
Әлбиттә, бәйге булғас, уның еңеүсеһе лә була. Ысынында, күп булды еңеүселәр, берәү ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Гран-При берәү генә, уны бөтәһенә лә бүлеп биреп булмай. Уны лайыҡлы рәүештә, Хәмиттән Илсиә Ҡасимова алды. Арҙаҡлы әҙиптең ҡатыны Лүзә Сәхип ҡыҙы уға үҙенең махсус бүләген тапшырҙы. Шағир ҡатыны булыу ҙа еңел түгелдер. Аллаһ Тәғәләнең бүләге насип булған һирәк әҙәмдәр бит ул шағирҙар. Шул һирәктәрҙең береһен тиң күргән, тормош һуҡмаҡтарында бергә атлаған, аңлаған өсөн рәхмәт, Лүзә апайға. Ошондай матур сара үткәргән өсөн бик ҡыуанып, ҙур рәхмәттәр уҡыны ул. Күркәм саранан бөтәһе лә күтәренке кәйеф менән таралышты. Алла бирһә, быйыл йәй яҡташыбыҙҙың 80 йәшлек юбилейында имен-аман осрашырға яҙһын.

Наверх