/ Новости / #Әбйәлилгә90йыл Литературный марафон "Абзелил в сердцах и на устах"

#Әбйәлилгә90йыл Литературный марафон “Абзелил в сердцах и на устах”

Әбйәлил! Йырҙарҙа йырланған, ҡурай һәм думбыра моңдарынан данланған, ҡобайырҙарҙа маҡталған, әкиәттәрҙә һәм риүәйәттәрҙә һөйләнгән, һоҡланып ҡарап туймаҫлыҡ тәбиғәте менән, мәғрүр тауҙары, күркәм күлдәре, ҡарауылға баҫҡандай ҡырыҫ Ҡырҡтыһы менән арбар яҡ ул! Тәбиғәттең хозур матурлығы, күркәмлеге шул төбәктән сыҡҡан, шул ерлектә йәшәгән, тормош көткән кешеләргә лә күскән.

Шул юбилей айҡанлы үҙәк район китапханаһы “Әбйәлил беҙҙең йөрәктә” исемле әҙәби марафон ойоштара. Был мәртәбәле марафонда ҡатнашыусылар – район хәкимиәте белгестәре, мәҙәни-ял итеү үҙәге хеҙмәткәрҙәре һәм тыуған төйәгендә ижад ҡанаттарын нығытҡан яҙыусылар, тыуған тупрағынан илһам алып йәшәгән күренекле шәхестәр, йор һүҙле сәсәниәләребеҙҙең үҙ еренә бағышлап ижад иткән шиғри – музыкаль әҫәрҙәре аҙна дауамында һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителәсәк.

#Әбйәлилгә90йыл
#ӘҙәбиМарафон
#МәҙәниЯлИтеүҮҙәге
#ИкенсеКөн

#Әбйәлилгә90йыл
#ӘҙәбиМарафон
#Cәсәниәләр
#ӨсөнсөКөн


#Әбйәлилгә90йыл
#ӘҙәбиМарафон
#Яҙыусылар
#ДүртенсеКөн

Наверх