/ Новости / #Икмәк_байрамы

#Икмәк_байрамы

#Уҡыу_залы 📚
#Бөтә_донъя_икмәк_көнө 🗓
#Икмәк_байрамы

Иң төп ризыҡ – Икмәк.
Икмәк – тормош, тыныслыҡ һәм байлыҡ билдәһе.
🗓 16 октябрҙә Бөтә донъя икмәк көнө билдәләнә.
2006 йылдан башлап Халыҡ-ара икмәк бешереүселәр һәм кондитерҙар союзы инициативаһы буйынса Бөтә донъя икмәк көнө байрам ителә. Һәр заманда ла кешеләр икмәккә оло ихтирам менән һаҡсыл ҡараған. Уның урыны өҫтәл түрендә булған. “Икмәктән оло аш юҡ”, “Ил ҡеүәте – икмәктә” кеүек халыҡ мәҡәлдәре уның йәшәү символы булып тороуы тураһында һөйләй. Икмәк тарихы бер нисә мең йыллыҡ менән иҫәпләнә. Ғилми тикшеренеүҙәргә ҡарағанда, тәүге икмәк яҡынса 5 мең йыл элек бешерелгән. Ул саҡта уҡ икмәк төп туйындырыусы булып һаналған һәм ҡояш менән тиңләштерелгән. Икмәк бешереү тылсымлы һәм ҡатмарлы эш булып һаналған.
Башҡорт милли аш-һыу йолаларын һаҡлау һәм тҽргҽҙҽү, йәш быуынды халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрҽнә ылыҡтырыу, ҡомалаҡлы икмәкте пропагандалау маҡсатында китапхананың уҡыу залында “Икмәк – табын ҡояшы” исемле икмәк байрамы үтте. Байрамға “Миләш” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары, ”Йылы йорт” клубы ағзалары һәм дә әүҙем китап уҡыусылар йыйылды. Ҡамыр ризыҡтарынан бик матур күргәҙмә ойошторолдо. Икмәк тарихы, һуғыш икмәге, игенсе хеҙмәте тураһында һөйләшеү булды. Ҡасан ҡомалаҡ сәскәһен йыйыу һәм нисек унан сүпрә эшләү ысулы менән килгән ҡунаҡтарыбыҙ бүлешеп үттеләр. “Миләш” фольклор ансамбле башҡарыуында “Игенсе”, Сәфиуллина Вәкилә Тәлғәт ҡыҙы менән берлектә “Ураҡсы ҡыҙ”, Хәйруллина Гөлсирә Нуриман ҡыҙы башҡарыуында “Миҙгелдәр” йырҙары яңғыраны. Әбушахманова Рәсилә Хәким ҡыҙы үҙе ижад иткән икмәк һәм игенсе хаҡындағы шиғырҙары менән ҡыуандырҙы.

Наверх