/ Новости / “Халҡымдың бай ижады”: этно-квест

“Халҡымдың бай ижады”: этно-квест

#Уҡыу_залы 📚
#Халҡымдың_бай_ижады
#Этно_квест_уйыны

🗒 27 апрелдә Асҡар ауылы “Таһир Кусимов исемендәге гимназия”һының 7-се «Б» класы (класс етәксеһе Мөхәмәтдинова Р. С.) уҡыусылары өсөн үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре тарафынан әҙерләнгән “Халҡымдың бай ижады” тип исемләнгән этно-квест уйыны үтте.
Башҡорт халыҡ эпосы, легенда һәм әкиәттәренән белеүебеҙсә, халҡыбыҙҙың быуаттар буйына йәшәп килгән тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған милли уйындары, юғалмай беҙҙең көндәргә килеп еткән. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге ваҡытта балалар араһында нисә дәүер йәшәп килгән халыҡ уйындары хаҡында белеүселәр бик әҙ йә иһә бөтөнләй юҡ кимәлдә. Ә халыҡ уйындары беҙҙең иң аҫыл, ҡиммәтле мираҫтарыбыҙҙың береһе. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте бер ҡасан да кәмемәй, сөнки улар халыҡтың хеҙмәт барышында барлыҡҡа килгән. Башҡорт халҡының үҙенә генә хас милли уйындары бик күп һәм төрлө. Ошо уйындар менән таныштырып үтеүҙе маҡсат итеп, кескәй дуҫтарыбыҙға мәғлүмәтте этно-квест уйыны рәүешендә алып барырға ҡарар иттек. “Һанашмаҡ”, “Бишбармаҡ”, “Ҡул бирешеү”, “Көлдөрөш”, “Күрше”, “Өйһөҙ ҡуян”, “Һаҡыташ” уйындарын балалар бик йылы ҡабул итте. Уйындың ҡағиҙәләренә ҡағылышлы квест һорауҙарына уҡыусылар тулы яуап биреү генә түгел, ә уйын барышында кәрәкле әйберҙәрҙе дөрөҫ билдәләй алыуҙары менән ҡыуандырҙы. Квест уйынының һәр бер туҡталышында уҡыусылар уйындарҙың тарихы, ҡайҙа һәм ҡасан барлыҡҡа килеүе хаҡында белешмә алып, ата-бабаларыбыҙ яратып уйнаған уйындар менән танышып, йәнле аралашыуға ҡоролған дәрестә әүҙем ҡатнашып, ихлас һаубуллашып, тағы ла килеүебеҙҙе һорап, оҙатып ҡалды.

Наверх