/ Новости / #Годбашкирскойистории#Башҡорттарихыйылы

#Годбашкирскойистории#Башҡорттарихыйылы

#Курултай#Ҡоролтай#Годбашкирскойистории#Башҡорттарихыйылы

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссияһы 2021 йылды Башҡорт тарихы йылы тип иғлан итте.
Шул айҡанлы 22 март көндө Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында А.А.Тоҡомбәтова етәкселегендә Башҡорт тарихы буйынса иң яҡшы 100 китабына һәм башҡорт тарихы йылына бәйләнгән,тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле, рух һәм телһөйәрлекте үҫтерер “Әлләсе” уйыны үтте. Районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары етәкселегендәге ике команда туған телдә яҡшы аралашыу ғына түгел, туған әҙәбиәтебеҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ буйынса тәрән белемле, зирәк тел оҫталары икәнлеген дә күрһәтте. Уҡыусыларыбыҙҙы рухи яҡтан үҫтереүсе, маҡсатлы итеүсе, хыялдарына ҡанат ҡуйыусы телселәребеҙ ҡатлашлығындағы был уйын бик күңелле, юғары кимәлдә үтте. Район мәғариф бүлеге методисы Ш.И.Әхмәтҡужина башланғысы менән үткәрелгән был уйын киләсәктә лә дауам итәсәк.Сарала ҡатнашыусылар “Данлы тарих-ғорур вариҫ” тип аталған китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Халҡыбыҙҙың бай тарихын сағылдырған иң яҡшы 100 китап исемлегенә ингән әҫәрҙәрҙең бер өлөшө күргәҙмәгә ҡуйылды. Хеҙмәтләндереү бүлегендә йыл әйләнәһенә китаптар исемлеге даими рәүештә яңыртылып барасаҡ. Кисә күңелле сәй табыны менән тамамланды.

Наверх