/ Новости / Осрашыу кисә ”Туған телдең ҡиммәттәре”

Осрашыу кисә ”Туған телдең ҡиммәттәре”

…Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла…”
21 февраль – Халыҡ-ара Туған тел көнө. Был көн 2000 йылдан алып билдәләнеп килә. Укыу залы китапханасылары Туған тел көнөнә арнап ”Туған телдең ҡиммәттәре” исемле осрашыу кисәһе ойошторҙолар. Осрашыуға “Йәйғор”әҙәби ойошмаһы,уҡыусылар саҡырылды. Кисә өс өлөштән торҙо: ”Ерҙә һәр тел – бөйөк хазинаһы халыҡтың”, “Туған тел –мәңгелек хазина” исемле шиғырҙар конкурсы, “Ап-аҡ ҡарҙар яуа”конкурсының еңеүселәрен тәбрик итеү. Китапханасылар телдең күркәм сараларын туплаған китаптар, әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырҙы, төрлө уйындар,викторина һорауҙарына яуаптар биреү күтәренке рух менән үтте. Икенсе бүлектәге конкурста уҡыусылар сығышы кисәгә йәм өҫтәне. Байым урта мәктәбе,Аскар беренсе һанлы мәктәбенең укыусылары Сыңғыҙова Камила,Сәйетғәлин Илназ һәм Сәйетғәлин Илмирҙең туган телгә арналган шигырҙарҙы яттан һөйләүҙәре барыһынала окшаны. Жюри ағзаһы яҙыусы Фәнүзә Биктимерова уҡыусыларға үҙ иленең патриоты, үҙ халҡының ҡыҙы, улы булыуҙарын теләне, грамоталар тапшырҙы.Китапхана библиографы Абушахманова Д. Ш. ”Үҙ телеңде белеү алтын,онотоу ялҡын” исемле китап күргәҙмәһенә байҡау яһаны,яңы китаптар менән таныштырып үтте. Осрашыу аҙағында китапханасылар ҡунаҡтарыбыҙға именлек-һаулыҡ, рух күтәренкелеге теләп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Осрашыу Рәми Ғариповтың ”Туған тел” шиғырын ҡунаҡтарыбыҙҙың күмәкләп яттан һөйләүе уларҙы киләсәктә лә Тыуған илгә, халҡына, туған теленә тоғро саҡырып торған кеүек яңғыраны…



Наверх