/ Новости / “Башҡорт тарихындағы билдәле шәхес” исемле әҙәби дәрес

“Башҡорт тарихындағы билдәле шәхес” исемле әҙәби дәрес

Ғинуар айында башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ тәрән эҙ ҡалдырған Ғәли Соҡоройҙоң (Мөхәмәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков) тыуыуына 195 йыл тула. Ғәли Соҡорой ХIX быуаттың икенсе яртыһында киң танылыу алған шағир, мәғрифәтсе, ғалим, дин әһеле. Уның төрки, ғәрәп, фарсы телдәрендә яҙылған 100-гә яҡын әҫәре һаҡланған, 10-ға яҡын китабы донъя күргән. Шағирҙың әҫәрҙәрендә милли тойғо,тел ҡәҙере, башҡортлоҡ рухы һиҙелеп тора. Уҡыу залы китапханасылары ошо датаға арнап Т. Кусимов исемендәге гимназияның 10 Б класс уҡыусыларына “Башҡорт тарихындағы билдәле шәхес” исемле әҙәби дәрес үткәрҙеләр. Уҡыусылар шағирҙың тормошо, ижады,шиғырҙары менән танышты, ҡулъяҙма хҽҙмәттәрҽ тураһында мәғлүмәт алдылар.Шәхестәребеҙ исеме, халҡыбыҙҙың ғорурлығы беҙҙең күңелдәрҙә!

Наверх