/ Новости / Онлайн-конкурс "Признайся Абзелилу любви"

Онлайн-конкурс “Признайся Абзелилу любви”

Друзья!
Мы приглашаем Вас принять участие в сетевом библиотечном конкурсе #Признайся_Абзелилу_в_любви к 90-летию Абзелиловского района.
Конкурс проводится с 22 июля по 22 августа 2020 года.
Организатор конкурса – МАУ «КДЦ» ЦЕНТРАЛЬНАЯ РАЙОННАЯ БИБЛИОТЕКА.Цель проведения конкурса: создание условий для освоения и сохранения традиций и культуры родного края, воспитания трепетного отношения и любви к своей малой родине.

В конкурсе могут принять участие все, кто желает выразить свое отношение к родному краю через творчество.
Участник самостоятельно определяет форму мероприятия конкурса. К участию в конкурсе принимаются творческие работы, посвященные родному краю.

Конкурс проводится по трем номинациям:

– «Мой любимый уголок»
Фотографии, видео об особых местах края (улицы, парки, скверы, памятники, природные зоны, окрестности, и проч.).

– «По Абзелилу с прозой и стихами»
Выразительное чтение стихотворения или прозы о родном крае (о любимом селе, районе, местности).

– «Солнечные капельки поэзии»
Художественные произведения в жанре проза (эссе) и поэзии (стихотворение) о любимом поселке, деревне и т.д.

В конкурсе могут принять все желающие от 14 лет. Участником конкурса может быть как один человек, так и творческий коллектив.

Участникам конкурса, занявшим 1-е, 2-е, 3-е место, присуждается звание Лауреата I, II, III степени с вручением диплома. Всем участникам вручаются сертификаты.

Участник размещает конкурсные материалы в сообществе «Абзелиловская Центральная районная библиотека» https://vk.com/public191661752

Работы должны сопровождать хэштэги:
# Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал

Итоги конкурса будут объявлены 01.09.2020
Информация об итогах конкурса размещается в сообществе мероприятия https://vk.com/public191661752

Ждем Ваших работ!

1 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Тарих һаҡлай һәр бер тауы…
Ғорур тауҙар ышығында
Һаҡланып ел-дауылдан,
Рауил тигән матур ауыл
Балҡый әллә ҡайҙарҙан.
Тарих һаҡлай һәр бер тауы,
Бәләғаҙа, Алатай…
Ирек даулап, йән аямай
Һуғышҡандыр олатай…
Төрлө сәскәгә күмелеп ,
Балҡып ята туғайҙар,
Сейә, еләк, баланына
Ҡарап күҙҙәр ҡамашыр.
Ҡыҙыл буйы йәшел сирәм,
Ярҙарын биҙәй ағас,
Тал-тирәктә ҡанатланып
Һайрай таңда һандуғас.
(Нәрисә Уйылданова)
Гүзәл тәбиғәтле Башҡортостандың күлдәргә бай Әбйәлил районы Рауил ауылына килен булып төшөүемә хәҙер инде ике тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтеп киткән. Тәбиғәте менән генә түгел, талантлы, эшһөйәр кешеләре менән данлы был төбәк. Ауылды тирә-яҡтан береһенән –береһе бейегерәк һәм күркәмерәк ғорур һәм серле тауҙар уратып алған. Ошо ғәжәп һәм серле тауҙарға әле булһа ла һоҡланып туймайым, хайран ҡалам. Бәләғаҙа, Айранды, Торпай, Бейәғаҙа, Алатай… Һәр бер тау, таштың иҫ киткес мәғәнәле тарихы һәм легендалары бар…
Һәр тарихи дәүер был тауҙарға үҙ эҙен ҡалдырып үткән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ауылда мал-тыуарға аҙыҡ бик наҡыҫ тейгән. Шундай көндәрҙең береһендә Бейәғаза тауында аслыҡтан әлһерәп хәле бөткән йылҡы малын күреп ҡалғандар. Ул бахырҡай ҡая ташҡа һыйынып ҡына йән биргән. Ошо аяныслы хәлдән һуң был тауҙы бейә ҡазаланған тау, йәғни Бейәғаза тип атап йөрөтә башлағандар.
Бейәғаза тауы әлеге ваҡытта бөтә Рәсәйгә билдәле. Тауҙан осор өсөн алыҫ-алыҫ яҡтарҙан дельтапланистар килә. Улар ошо тауҙа һауа ярыштары үткәрәләр. Бынан тыш ул ишелеп үҫкән шифалы артышы менән дә билдәле. Мәғрур тау итәгенән йыл әйләнәһенә балалар ҙа, ололар ҙа өҙөлмәй. Яҙ һәм йәй көндәре ял итергә, экскурсияларға барһалар, ҡышын рәхәтләнеп сана, саңғыла шыуып кинәнәләр.
Бейағаза тауының көнбайыш битләүендә Әбейүткән тигән тау ҡыуышы бар. Уның ҡыҫҡаса тарихы былай. Борон башҡорттар менән ҡаҙаҡтар, бер-береһенә барымтаға барып, үҙ-ара ыҙғышып йәшәгәндәр. Ҡаҙаҡтар Яйыҡ йылғаһының көнсығышында, ә башҡорттар көнбайышында көн иткән. Улар бер-береһенең малын ҡыуып алып китер булған. Ә халҡын ҡол иткәндәр. Шуға ла был яҡтарҙа бейек тау баштарында ҡарауылдар торған. Ҡаҙаҡтар килеп күренеү менән урман эстәренә, тауҙар араһына йәшенер булғандар. Ул ваҡыттарҙа Бейәғаза тауы урман менән ҡапланған булған. Шулай бер ваҡыт, ҡаҙаҡтар килеп ябырылғас, ауылдың ир-егеттәре дошманға ҡаршы яуға сыҡҡан, ә ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар Бейәғаза тауының ҡая таштары араһына инеп йәшеренгән. Ләкин ҡаҙаҡтар быны һиҙеп ҡалғандар һәм бер төркөм һуғышсыларын уларҙың арттарынан ебәргәндәр. Ауылдың оло йәштәге бер ҡатын-ҡыҙы, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, текә ҡаяның киртләсендәге тау ҡыуышына инеп ултырған. Киртләсте үтергә тырышып, килеп күренгән һәр бер ҡаҙаҡ баҫҡынсыһын уҡтан атып ҡаянан ҡолатып төшөргән. Шулай итеп, ул ауылдың ҡатын-ҡыҙҙарын һәм балаларын ҡоллоҡҡа ҡыуып алып китеүҙән һаҡлап ҡалған. Әбейүткәнташ тигән исем шунан ҡалған тиҙәр. Ул ташты хәҙер Иҙәш Ҡусҡары һәм Рауил ауылдары араһындағы юлда күрергә була.
Ишҡол ауылы яғына киткән юлдың һул яғындағы тау битләүендә урынлашҡан Айранды һыртындағы Ғәйзә ташының тарихын тыңлағанда күҙҙәрҙән йәштәр килеп сыға…
Бынан бик күп йылдар элек Рауил ауылына йәш, һылыу Ғәйзә исемле уңған ҡыҙ килен булып төшә. Баш баҫып, һары таңдан ҡара кискә тиклем алһыҙ-ялһыҙ эшләй. Өнһөҙ иренә, ҡайны-ҡәйнәһенә бер ауыҙ ҡаршы һүҙ өндәшмәҫ, хеҙмәтсе, ҡол хәлендә була ул. Ғәйзәнең өлөшөнә лә, иңенә лә шундай ауыр, аяныслы бәхетһеҙ яҙмыш, тәҡдир тура килгән. Уның ҡәйнәһе яһил, яуыз, ҡанһыҙ, тәкәббер, ҡара йөрәкле, таш бәғерле, һөмһөҙ, ҡан эскес, емрек ҡашлы, мыжыҡ, тәмһеҙ, әсе телле, ҡәнәғәт була белмәҫ ҡарсыҡ була. Ә тормош иптәше Нуриәхмәт, киреһенсә, йомшаҡ, әсәһенә ҡаршы һүҙ әйтә белмәгән, яратҡан кәләшен яҡлай алмаған йыуаш ҡына ир йораты. Нуриәхмәт көндәр буйы көтөү көткән. Кәләше уға көн дә төшкө аш килтергән. Ошо мәлдәр генә бәхетһеҙ йән Ғәйзә өсөн ысын мәғәнәһендә байрам да, күкрәк тултырып тын алыр мәл дә булып ҡала. Иренең тамағын туйҙырып, һауыт-һабаһын йыйыштырғас, йәш ҡатын аҡ ҡына таш өҫтөнә ултырып ҡалын толомдарын тарап, матурлап үргән. Һағышлы йырҙар йырлап, зәңгәр күккә бағып, тыуған яғына иҫкән шаян, йомшаҡ елдәргә өндәшкән. Улар аша ғәзиз ата-әсәһенә, туғандарына сәләм ебәргән. Тәҡәтен ҡоротоп, иҫен алған, хәлен бөтөргән бәхетһеҙ, ҡараңғы тормошо тураһында уйланған, уны ҡәһәрләгән. Иренән рөхсәт һорап, яратҡан аҡ ташы эргәһенә бөгәрләнеп ятып, сабыйҙарса онотолоп, бер аҙға ғына үҙен бәхетлегә ҡуйып, серем итеп алыр булған. Ниндәй төштәр күрҙе икән ул? Бала кеүек кенә онотолоп, хәтфә йомшаҡ йәшел үлән өҫтөндә, ҡулын баш аҫтына һалып, төшөндә булһа ла, йылмайып ҡына йоҡлап ятҡан кәләшенә ҡарап, Нуриәхмәт ниҙәр тураһында уйланды икән? Уйландымы икән ул? Ғәйзә һылыу ғына шундай хоҡуҡһыҙ йәнле ҡурсаҡтай, арыу-талыу белмәгән эш аты кеүек булдымы икән ни? Юҡтыр… Меңләгән, миллионлаған уның кеүек килендәр шундай аяуһыҙ, ауыр, нурһыҙ, бәхетһеҙ яҙмышлы булғандарҙыр… Ә ниңә ата-әсәһенә ҡасып ҡайтмағандар?..
Ғәйзәне ял иттергән, әҙгә генә михнәттәрен онотторған таш халыҡ телендә Аҡташ тип тә, Ғәйзә ташы тип тә йөрөтөлөп, беҙҙең көндәргәсә шул исеме һаҡланып ҡалған.
Ауылдың көньяғында, Ҡыҙыл йылғаһы аша сыҡҡас та, йөҙ аҙым самаһы алыҫлыҡта Бәләғаҙа тауы күкрәк киреп ултыра. Ололарҙың һөйләүенсә, элек Ҡыҙыл йылғаһы ташып, тау битен йыш ҡына йыуып торған, шунлыҡтан ул бик текәгә әүерелгән. Ҡасандыр ҡаҙаҡтар башҡорт еренә һөжүм иткән. Башҡорттар тауҙың көнсығыш битенән Ҡыҙыл йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан булалар. Ҡаҙаҡтар һуғыша барып, Бәләғаҙа тауҙың уртаһына килеп еткәнсе, күп ғәскәрҙәрен юғалтҡан. Башҡорттар ҙа күп ҡырылған, ләкин тауҙы бирмәгәндәр. Шул һуғыштан һуң был тауҙы Бәләғаҙа тип атағандар.
Ауылдың көнсығыш битләүен өс тәрән үҙәге булған Торпай тауы биҙәй. Ул мин килен булып төшкән 90-сы йылдар уртаһында емешкә бик тә бай тау ине. Ҡыр сейәһе, ер еләге, ағас еләге ( малина) шул тиклем ишелеп уңды. Тауҙы ауылдан тура барғанда бер саҡрым алыҫлыҡта ҡояш сыҡҡанын ҡаплап “тырпайып” торғанға “тырпай”, һуңынан “торпай” тип йөрөтә башлайҙар. Тау уртаһындағы тәрән үҙәктән шишмә ағып сыға ла, яр аҫтына төшөп китә, өс-дүрт йөҙ метрҙан кире өҫкә сығып, Ҡараһыуға ҡоя. Тауҙың иң башына менеп, Ҡараташҡа баҫып тирә-яҡты күҙәтеүе –үҙе бер кинәнес. Унан Бөрсөнсө, Атауҙы күлдәре, хатта Сыбаркүл дә күренә. Яҡын-тирәләге бар ауылдар, йәйрәп ятҡан баҫыуҙар, Магнитогорск ҡалаһы ла ус эсендәге кеүек тойола. Ирәндек тауҙарын, Күсемташ ҡаяһын да күҙәтергә мөмкин.
Ауылдың көньяҡ-көнсығышында береһе бәләкәй, икенсеһе Торпай тауынан ҡалышмаған ике тау тора. Уларҙы Бәләкәй һәм Оло Айранды тип йөрөтәләр. Был тауҙар тураһында шундай риүәйәт йөрөй.
Дошмандар уртуй буйлап килгәндә, күп кенә башҡорт яугирҙары уларға тауҙан һөжүм иткәндәр. Ҡаҙаҡтар, Ҡыҙыл йылғаһы буйлап һуғышып килеп, тауҙы уратып алалар. Бер аҙналай һуғышҡан, һыуһаған яугирҙарға тауҙан төшөп, һыу алырға мөмкинлек булмаған, ә тауҙың үҙендә шишмәләр юҡ. Ауыл халҡы һыуһаған яугирҙарға һыу урынына айран эшләп, нисек тә булһа тауға мендергәндәр. Яуҙан һау ҡалғандар һуңынан былай һөйләгәндәр:” Әгәр ҙә шул айранды һыу булмаһа, беҙ тере ҡалмаҫ инек”. Шул ваҡыттан бирле ул тауҙы Айранды тип йөрөтә башлайҙар.
Бөтә ил кисергән ауыр йылдарҙы Рауил ауылы халҡы ла кисергән, бирешмәгән һәм әле лә гөрләтеп донъя көтәләр. Һоҡланғыс һәм татыу ғаиләләр бик күп бында. 1972 йылда көслө янғын булып 20 минут(!) эсендә ауылдың яртыһы юҡҡа сыға. Яңы ғына төҙөлгән ауыл клубы һәм магазин яна. Ауыл халҡы был фажиғәне лә күтәрә. Ошонан һуң өс йыл үтеүгә көслө ҡоролоҡ та һындырмай рауилдәрҙе.
Ниндәй генә һынауҙар булмаһын, ауыл халҡын ғорур тауҙарға тиңләйем: ғорурҙар, түҙемлеләр һәм эшһөйәрҙәр. Тауҙар төҫлө бер-береһенә ҡалҡан булып дуҫ-татыу йәшәйҙәр, ауыр саҡта ярҙамға ашығалар.
Йәштәр ҙә күпләп төпләнә был ауылда, береһенән береһе матур һәм бейек йорттар ҡалҡып сыға, балалар ишәйә. Етем ҡалған балаларҙы ла ҙа үҙ ҡосағына алған был ауыл. Рауилдә балалар йорто урынлашҡан, унда эшләгән хеҙмәткәрҙәр бар күңел йылыһын биреп, әсәләрсә хәстәрлек һәм һөйөү менән бағалар. Талантлы балалар менән дә ғорурлана алабыҙ. Балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе Зарема Шәйхетдинованың “Һин супер!” Бөтә Рәсәй телевизион конкурсында финалға үтеүе –үҙе генә ни тора!.. Ата-әсә һөйөүенән мәхрүм ҡалған аяныслы яҙмышлы балалар күңеленә юлдар табыу һәм уларға дөрөҫ тәрбиә биреү бурысы минең иңемә лә төшкән. Ошо ауылда йәшәп, балаларға аң –белем биреп йәшәүем менән ғорурланам…
Тауҙарға бай даланлы ерҙә минең дә береһенән –береһе ғәзиз дүрт баламдың тыуыуы-үҙе оло бәхет. Йыл әйләнәһенә тиерлек мәғрур ҡаялы тауҙарына сәйәхәт ҡылабыҙ, тәбиғәтенә һоҡланабыҙ, емеш-еләгенән ауыҙ итәбеҙ, шифалы һыуында ҡойонабыҙ, төрлө дарыу үләндәрен йыйып, йәшәүгә көс-дәрт алабыҙ. Улым Фәнүр ошо ғәжәп тәбиғәт күренештәрен үҙенең һүрәттәрендә сағылдырһа, Эльвина ҡыҙым тәбиғәт тураһында төрлө ижади әҫәрҙәр тыуҙырып, беҙҙе ҡыуандыра. Һәр бер сәйәхәтте фото һәм видеоға төшөрәбеҙ, иҫтәлек итеп һаҡлайбыҙ.
Ошо ғәжәп изге ер бөтә донъяға билдәле күп кенә кешеләр эҙен һаҡлай. Билдәле рәссам Әхмәт Лотфуллиндың исемен телгә алыу ҙа етә. Ғәжәп талант эйәһенең йортон мәсеткә әйләндерҙеләр, хәҙер ул ауылыбыҙға йәм биреп, әллә ҡайҙан балҡып тора. Йома һайын аҙан тауышы яңғырай, шаңдауы кешеләрҙе иманға әйҙәп, ауыл күрке булған тауҙарҙы урап әйләнә.
Күпте күргән тауҙар ниҙәр күреп, нимәләрҙе кисермәгәндер ҙә… Тәҙрә аша тағы тауҙарыма күҙ һалам, ниндәй генә заманалар булыуға ҡарамаҫтан, һаман шул көйө ғорурһығыҙ, бөйөкһөгөҙ, ауылды бәлә-ҡазаларҙан ҡалҡандай һаҡлап торағыҙ тип өндәшкем килә. Иҫ киткес шанлы тарих һәм матурлыҡты үҙендә һаҡлаған мәғрур тауҙар теҙмәһен ейән-ейәнсәрҙәргә лә күрергә насип булһын ине. Киләсәк быуынға ошо тауҙар кеүек оло бейеклектәргә күтәрелеп, тыуған ер, ғәзиз ил һәм данлы Ватаныбыҙҙы һаҡлап һәм данлап йәшәргә насип булһын.
Тауҙар, тауҙар!
Ҡайһы тау бейек?-тип,
Мин Уралға тағы ла ҡараным.
Тик тапманым шул тауҙарҙа тыуған
Шатлыҡтан да бейек ҡаяны!
Ғ.Сәләм.
Уйылданова Нәрисә Миртимер ҡыҙы, Әбйәлил районы, Рауил мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы
2 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#читальный_зал
#Мой_любимый_уголок.
#Ауылым_алтын_бишегем.

https://vk.com/public191661752?z=video-191661752_456239017%2Fef5038a6d0673649d3%2Fpl_wall_-191661752
3 участник
https://vk.com/public191661752?z=video-191661752_456239018%2Fefb075106f2fb2c2dc%2Fpl_wall_-191661752
4 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви к 90-летию Абзелиловского района
#ЧитальныйЗал
Зульфира Карагужина-Муратшина “Ҡырҡтым”
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Зульфира Карагужина-Муратшина
https://vk.com/public191661752?z=video-191661752_456239020%2F3307c7fb9b60b97e40%2Fpl_wall_-191661752
5 участник
#Признайся _Абзелилу в _любви
#Читальный залҚуҺайел Һыртында урынлашқан Әұлиә қотоғо,Әхмәт ауылынан 3 сақрым төньяқта. Шишмә тарихы 18се быуат азақтарынан килә. Әұлиә қотоғо Әұлиә зыяратынан ярты сақрым тирәҺе алыслықта. Шишмә Һыуы қайын төбөнән сығып ята. Ул бер вақытта ла туңмай,50 метр самаҺы ағып барала ер астына китеп юқ була. Һыуы шифалы!!!

6 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Азалия Атанғолова “Тыуған яғым”
7 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Фануза Биктимерова “Тауҙар”
8 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Айһылыу Хасанова “Ҡырҡты тауым”
9 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Фәрзәнә Хамматова Ишкилде ауылы
10 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Мой любимый уголок.Сакмара-Һақмар- протекает через территории Башкортостана(348км) и Оренбургской области(412). Впадает в реку Урал. Начало берет на склонах хребта Уралтау. В Абзелиловском районе Сакмара не такая широкая и глубокая,как в Баймакском районе и Оренбургской области,но не менее прекрасна! Первый населенный пункт,который находится на берегу Сакмары-это деревня Ахметово. Ахметово -единственная деревня на берегу Сакмары в Абзелиловском районе,хотя многие об этом умалчивают при проведении мероприятий,связанные с рекой Сакмарой. Вода сакмарская чистейшая,вкуснейшая! Ахметовцы используют для питья,долгожители утверждают,что накипи не бывает никогда! Жители и гости д. Ахметово часто собираются на берегу великолепной реки Сакмары по поводу и без повода! Белье(цветное,белое) отстирывается обычным хозяйственным мылом,а белое не желтеет никогда! Можно набрать и голубую глину,что и делают гости.Вдоль Сакмары очень много черемухи,смородины,малины и ягоды вкуснейшие.

https://vk.com/public191661752?z=video-191661752_456239022%2F71b3fda296925b4873%2Fpl_wall_-191661752​​​​​​​
11 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Мой любимый уголок.Шершилтау- одна из вершин Крыктытау! Считается второй по высоте(1108,7м) после г.Караташ. Образована из-за выхода вулканических пород более 300 млн лет назад!!! Вершину венчает каменная чаша,которая часто заполнена водой.Шершилтау так же называется “Салаватской горой” или “Салаватскими камнями” ! Красоту вершины нужно увидеть и хотя бы 1раз нужно покорить её! В добрый путь!!!

12 участник
Мой любимый уголок.
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#Читальный Зал
Уникален Абзелиловский район! У жителей района всегда была связь с миром,благодаря соседу Магнитогорску : автобусы,поезда,самолеты. И дорога Аскарово-Магнитогорск знакома с детства.Сейчас и до Уфы дорога хорошая,проходит по живописным местам,но роднее дороги Аскарово-Магнитогорск нет! Эта дорога-дорога в родные края,дорога домой,дорога в детство!!!
13 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Мой любимый уголок
Уникален Абзелиловский район! У жителей района всегда была связь с миром,благодаря соседу Магнитогорску : автобусы,поезда,самолеты. И дорога Аскарово-Магнитогорск знакома с детства.Сейчас и до Уфы дорога хорошая,проходит по живописным местам,но роднее дороги Аскарово-Магнитогорск нет! Эта дорога-дорога в родные края, дорога домой, дорога в детство!!!
Зифа Абдуллина, г.Набережные Челны
Мой любимый уголок
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗалДельтапланеристы и парапланеристы облюбовали Абзелиловский район! Сборы проводят клубы городов Челябинск,Екатеринбур,Уфа,Магнитогорск. Таких склонов,с которых можно взлететь в естественном воздушном потоке,немного в России. А в Абзелиловском районе их несколько: Якты-Куль,Давлетово,Идяш-Кускарово. Возле деревни Идяш-Кускарово хребет,протяженностью 4-5км,высотой 100-300м и крутизна склона достигает 70-80 градусов. Чтобы полюбоваться природой с птичьего полета приезжают со всей необъятной Родины: Москва,Питер,Нижний Новгород,Новосибирск и из многих других населенных пунктов. Вечером у костра старшее поколение рассказывают о том,как они добирались(пешком,на лошадях) и какие снаряжения были у них! Молодому поколению все интересно. Кто хотя бы раз поднялся на параплане,тот навсегда влюбляется в горы и в небо! Летать могут научиться практически все! Главное соблюдать технику безопасности и внимательно слушать тренера! На управляемом крыле можно часами парить над землей. А горы Абзелиловского района грациозны,притягивают своей красотой! Стартанув в Идяш-Кускарово,можно долететь до Баймака,Сибая,Аркаима! Сказочные места!!!
Зифа Абдуллина, г.Набережные Челны

14 участник
#Признайся_Абзелилу_в_любви
#ЧитальныйЗал
Оло Ҡыҙыл-Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан Республикаһы биләмәләрендә аға. Йылға Яйыҡ йылғаһының уң яғынан барып ҡушыла. Йылға оҙонлоғо – 172 км.
Ниғмәтуллина Гөлниса, Тал-Ҡускар библиотекаһы
Наверх