/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Рамаҙан Өмөтбаевтың яҡты иҫтәлеген хәтерләп

Рамаҙан Өмөтбаевтың яҡты иҫтәлеген хәтерләп

Рамаҙан Өмөтбаевтың яҡты иҫтәлеген хәтерләп
Кисә китапханала бик матур һәм фәһемле сара үтте. Рамаҙан Ғимран улы күптән арабыҙҙа булмаһа ла ул беҙҙе ошондай рухлы сараға йыйып берләштерҙе. Йәмғиәтебеҙ күгендә яҡты балҡыған, фиҙаҡәр хеҙмәте менән абруй ҡаҙанған, республикабыҙҙың сәнғәте, мәҙәниәте, әҙәбиәте үҫешенә тос өлөш индергән, күкрәген күп орден һәм миҙалдар биҙәгән яугир, Рәсәй мәғәриф отличнигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, яҙыусы Рамаҙан Ғимран улы Өмөтбаев 100 йыллығына арналған кисәгә республиканың һәм райондың абруйлы шәхестәре килгәйне. Улар яҡташыбыҙ хаҡында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәре менән бүлеште.

Наверх