/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында Сулпан Әҡсәнованың «Йәйҙәремдә ҡалам» китабының презентацияһы үтте

Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында Сулпан Әҡсәнованың «Йәйҙәремдә ҡалам» китабының презентацияһы үтте

Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында Сулпан Әҡсәнованың «Йәйҙәремдә ҡалам» китабының презентацияһы үтте.Сулпан Рәйес ҡыҙы Әбйәлил районы Мәхмүт ауылынан. Оҙаҡ йылдар Асҡар дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Бөгөн хаҡлы ялда. Бәләкәйҙән сәнғәтте үҙ итеп үҫә. «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә бейей. Хаҡлы ялға сыҡҡас, үҙе һәм яҡындары ғына белгән «сере» асыла – шиғырҙар ижад итә. Ә һуңғы ике йылда үҙен проза өлкәһендә һынай. Ул көндө яҡташыбыҙҙың шатлығын уртаҡлашырға ҡәләмдәштәре, дуҫтары, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылған ине. Улар яңы китап хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаштылар, йылы теләктәрен еткерҙеләр. Китап байрамы йыр-моң менән үрелеп барҙы.

Наверх