/ Новости / «Иң күп китап уҡыусы ғаилә»

«Иң күп китап уҡыусы ғаилә»

15 Май – Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ғаилә – ул кеше үҙе тыуҙыра алған иң ҙур бәхет. Ошо байрамдар айҡанлы йылда китапханала матур традицияға әйләнгән «Иң күп китап уҡыусы ғаилә»не билдәләнек. Сарабыҙҙың төп маҡсаты – әлбиттә, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. Китапханаға килеп, китаптар алып уҡырға яратҡан ғаиләләр беҙҙең өсөн иң мөһиме. Үҙҙәре генә түгел, балалары менән килеп үҙҙәре уҡыған тәүге китаптарын ҡулдарына алып күрһәтеүҙәре, китапҡа һөйөү уятыуҙары үҙе ҙур тәрбиә. Конкурста алты ғаилә намыҫлы һәм ғәҙел һынау тотто.
Ошондай сара үткәреү ата-әсәләрҙең, китапханасыларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә нигеҙләнгән. Ысынлап та, бәйгелә ғаилә күрһәткән һөҙөмтә тәү сиратта ошо кешеләрҙең тырышлығы, эшенә мөкиббәнлеге һәм туған теленә һөйөүенә нигеҙләнгән. Сәмле, көсөргәнешле һәм тулҡынландырғыс бәйгелә барыһы ла уңышлы сығыш яһаны. Һамарҙан Ғәбитовтар – беренсе булһа, икенсе урынға Әбделмәмбәттән Дауытовтар лайыҡ булды, ә өсөнсө урынға Яңауылдан Хәмзиндар сыҡты. Ҡусҡарҙан Дәүләтбаевтар – «Милли колорит һәм патриотизм», Таштимерҙән Ғилмановтар – «Ғаилә менән уҡыу традицияларын һаҡлау» номинацияларында билдәләнде. Иң юғары баһа Йәнгелдән Ғималoвтаp ғаиләһенә бирелде. Ошондай бәйгеләр рухлы, халыҡтың ауыҙ-тел ижадынан аҡыл туплаған, тарихын һәм мәҙәниәтен хәтерендә тотҡан, туған телен яҡшы белгән быуын үҫеп килеүен сағылдыра.

Наверх