/ Краеведение / Башкортостан / “ЙӘН”ЛЕ осрашыу

“ЙӘН”ЛЕ осрашыу

#АбзелилБиблиотека
#НаильГаитбаев
Үҙәк район китапханаһында шағир, яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаев һәм психолог Айбулат Уразбахтин менән “ЙӘН”ЛЕ осрашыу үтте. Сара яңы мейестән сыҡҡан “ЙӘН” китабын презентациялауға ҡарамаҫтан, бик күп төрлө темалар ҡалҡытылды.
“ЙӘН” романы тәүге биттәренән үк күңелде йолоп ала. Әҫәрҙә реаль ваҡиғалар һүрәтләнә. Кешенең йәне үлгәндән һуң ҡайҙа була? Кеше үлеп терелгәндә йәне ниҙәр күреп өлгөрә? Ни өсөн үлтерелгән кешенең йәне тынғыһыҙ була? Кешенең йәне был донъяға башҡа кешенең тәне менән килә аламы? Кешенең йәнен саҡырып, уға һорауҙар бирергә буламы? “Йән” романында ошо һәм башҡа бихисап ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап табырға була.
Сибай ҡалаһында шәхси эшҡыуар Айбулат Уразбахтин романды үҙ нәшриәтендә бик бәләкәй данала китап итеп сығарған. Ул үҙе психолог, күп семинарҙар үткәрә. Сарала ҡатнашыусылар унан бик күп һорауҙарына яуап алды.

Наверх