/ Новости / #Иң_күп_уҡыған_ауыл

#Иң_күп_уҡыған_ауыл

#Иң_күп_уҡыған_ауыл
#Иңкүпкитапуҡығанауыл
#Иң_күп_уҡыған_ҡала
#Иң_әүҙем_уҡыусы #Иң_күп_уҡыған_ғаилә
#Иң_егәрле_китапханасы #Башҡорт_әҙәбиәтен_иң_әүҙем_пропагандалаусы #Ағиҙел_журналын_иң_әүҙем_таратыусы
#Иң_популяр_автор
#Иң_уҡымлы_хикәйә
#Аҡмуллаарбаһы
#Аҡмулла_арбаһы
#китап_бүләк_итәм
#Иң_уҡымлы_хикәйә
#Ағиҙелжурналы
#Ағиҙел_журналы
#ФСГОРБ #ГрантыРБ

“Ағиҙел” журналы беҙгә бала саҡтан таныш. Ауылда ул журналды алдырмаған йорт булманы, тиерлек. Кемдәр алдырмай, алдырыусылаҙан һорап уҡырҙар ине. Элек ауылдарҙа китап магазиндары булманы бит. Арҙаҡлы авторҙар: Рәми Ғәрипов, Ноғман Мусин, Мостай Кәрим, Яныбай Хамматов, Дауыт Юлтый, Зәйнәп Биишева һәм башҡаларҙың әҫәрҙәре менән ошо журнал аша танышып барҙыҡ. Әле булһа ла ул журнал беҙгә бик-бик кәрәк. Яҙылабыҙ, дуҫтар- туғандарға бүләк итәбеҙ. 22 йылдың иң оҡшаған номеры минең өсөн июль айыныҡы. Сөнки унда, Әбйәлил районының яҙыусылары, шағирҙарының әҫәрҙәре, шул иҫәптән минең дә 3 шиғырым баҫылып сыҡты. Ә былтырғы йылдағы иң оҡшаған әҫәр – Әминә Яхинаның, “Күктәргә осто йәнем” повесы. Киләсәктә лә “Ағиҙел” ебеҙ уҡымлы булһын, редакция хеҙмәткәрҙәренә һаулыҡ, уңышлы эштәр насип итһен! Улар беҙгә рухи аҙыҡ өҫтәүселәр, рәхмәт уларға!

Наверх