/ Краеведение / Абзелил-край родной! / #ЯҡташыбыҙХалыҡАртисыАбушахмановӘхтәмӘхәтУлы

#ЯҡташыбыҙХалыҡАртисыАбушахмановӘхтәмӘхәтУлы

#ЯҡташыбыҙХалыҡАртисыАбушахмановӘхтәмӘхәтУлы
#БашҡортТеатрыныңПашаһы
#КешеЭшеМенәнМатур

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ, Башҡортостандың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе, Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы секретары, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы доценты, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге орден кавалеры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Әбйәлилдең Ким Әхмәтйәнов исемендәге премиялары лауреаты, башҡорт театрының пашаһы, Әхтәм Әхәт улы Абушахманов ил ағаһы булырлыҡ ғүмер үренә артылды. Артист үҙенең 75 йәшлек ғүмер баҫҡысына аяҡ баҫты.
Әхтәм Абушахмановтың исеме М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән бәйле. Яҡташыбыҙ, Әхтәм Әхәт улы – ошо театрҙың илдә йәйғор төҫөндә балҡыуына, исеме сит илдәрҙә лә яңғырауына тос өлөш индергән кеше. Ул бөгөн тотош Рәсәйҙә билдәлелек ала барыусы М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына нигеҙ һалыусыларҙың һәм унда ла сағыу-сағыу образдар ижалд итеүселәрҙең береһе.

Скачать (PDF, 440KB)

Наверх