/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Вечер памяти "Сын земли родной"

Вечер памяти “Сын земли родной”

Ошо көндәрҙә башҡорт халҡының һәләтле улы Әхмәт Лотфуллиндың тыуыуына 95 йыл тулды. Ошо айҡанлы билдәле рәссамдың тормош юлы һәм ижадына арналған сараны Ишҡол ауылы китапханаһы ойошторҙо. Матур һәм фәһемле сарала ауыдаштары, туғандары, китап һөйөүселәр рәссам тураһында төрлө хәтирәләре менән уртаҡлаштылар.
Уның бөтә һүрәттәрендә лә тыуған ил тойғоһо, тәбиғәт, халыҡсанлыҡ һәм милли ғорурлыҡ ярылып ята. Киң билдәле «Өс ҡатын», «Тыуған ил менән хушлашыу. Салауат», «Байрам», «Фронтҡа оҙатыу», «Хушлашыу» һәм башҡа бик күп картиналарын нисә быуын мәктәп уҡыусылары дәрестә өйрәнеп үҫкән. Шул сәбәпле, ул яңы үҫеп килгән йәш быуындың күңелендә халыҡсанлыҡты, рухты тәрбиәләгән дә инде. Бының өсөн ул Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына, «СССР-ҙың халыҡ рәссамы» тигән маҡтаулы исемгә, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы булараҡ, бик күп премияларға лайыҡ булған. Уның картиналары Өфөнөң Нестеров исемендәге музейында урын алған. «Фронтҡа оҙатыу» картинаһы – Мәскәүҙә Третьяков галереяһында, «Хушлашыу» тигәне Рус музейында һаҡлана. Ишҡол китапханаһында ла Әхмәт Лотфуллиндың бер нимә картинаһы бар. Ә үҙе үлгәндән һуң, ҡатыны Луиза апай йөҙҙән ашыу картинаһын, наградаларын, шәхси әйберҙәрен Асҡар тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырған.

Наверх