/ Новости / Әҙәби кисә «Илаһи матурлыҡ»

Әҙәби кисә «Илаһи матурлыҡ»

  • Уҡыу_залы
    #Илаһи_матурлыҡ
    #Әҙәби_кисә

    Район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Рауил ауылындағы балалар йортонда балаларға йөрәген, бөтә күңелен биргән яҡташ яҙыусыбыҙ Нәсимә Мағаз ҡыҙы Гайсина менән берлектә «Илаһи матурлыҡ» тип исемләнгән әҙәби кисә үткәрҙеләр. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, күңелендә яҡты маҡсаттар ҡуйып йәшәгән ижадсыбыҙ ул – Нәсимә Гайсина. Уның ололар, балалар өсөн яҙған шиғыр, хикәйәләре, әкиәттәре район, республика матбуғаттарында даими баҫылып килә. Ике үҙнәшер китап авторы Нәсимә Гайсина уҡыусыларҙы үҙенең ижады менән таныштырҙы, фәһемле кәңәштәрен өләште. Уҡыусылар уны бихисап һорауҙарға күмде, кинәнеп шиғырҙарын тыңланы.
    Ошондай йәнле, йылы мөхиттә шундай осрашыу уҙғарырға ярҙам иткән балалар йорто тәрбиәселәренә тағы ла ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Был матур осрашыу балалар хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр. Киләсәктә лә уҡыусылар яҙыусылар ижадына битараф булмаҫ тип ышанабыҙ.

Наверх