/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Әҙәби кисә "Халҡым ижады - бөтмәҫ хазина"

Әҙәби кисә “Халҡым ижады – бөтмәҫ хазина”

#Әбйәлил_яҙыусылары 🖊
#Йәйғор_әҙәби_ойошмаһы 🌈
#Уҡыу_залы 📚

🗓24 ғинуар район үҙәк китапханаһының уҡыу залында “Халҡым ижады – бөтмәҫ хазина” исемле әҙәби кисә үтте. Кисәлә “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы, Ҡаҙмаш ауылынан “Мөғжизә” фольклор ансамбле, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Сарала баштан – аяҡ башҡорт халҡының быуындан быуынға, телдән-телгә күсеп килгән ауыҙ-тел ижадына байҡау яһалды. Осрашыу үҙ-ара фекер алышыу, халыҡ ижадының аҫыл өлгөләре төрҙәре, күсәгилешлелек, уларҙы һаҡлау, киләһе быуындарға еткереү рәүешендә барҙы.
Халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, сәсәнлек ижады – ҡобайыр, риүәйәт, мөнәжәт, әйтем, робағи, бәйет, һынамыш, әйтемдәр, мәҡәлдәр тураһында әүҙем фекер алышыуҙар сарала ҡатнашыусыларҙың ижад емештәрен уҡыу менән аралашып барҙы. Әлбиттә, донъялар ауыр мәлдәрҙә бөтә шиғырҙар ҙа Украинала махсус операцияларҙа йөрөгән батыр улдарыбыҙға арналды. Күптәр күҙ йәштәрен тыя алманы,барыһы ла һалдаттарҙың имен – һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.
Сәсәниәләр Илсиә Ҡасимова, Гөлсәсәк Зәйнуллина – Мөхәмәҙиева, Гөлнара Ғибәҙуллиналар, Флюра Низамоваларҙың ҡобайыр, мөнәжәттәре бик матур булды. Әйтелгән мөнәжәттәр,ҡобайырҙар ҙа бөгөнгө йәшәү, көнкүреш, әҙәп, тик яҡшылыҡҡа арнау теләктәре яңғыраны.
Сарала ҡатнашыусылар бигерәк тә йәш шағирҙар Гөлфиә Ниғмәтуллина, Марсель Хамматовтарҙың шиғырҙарын оҡшаттылар.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре йырсы, ҡурайсы Азамат Итекәев менән оҫта баянсы Ильяс Дәминдаровтар сараның бер биҙәге булдылар. Азамат Итекәев башҡарыуындағы “Саңдүҙәк” йыры барыһын да тәрән уйҙарға һалды.
Ә “Мөғжизә” ансамбле – үҙе бер ҡабатланмаҫ балҡыш. Ауыл ерендә донъя мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәгән аҫыл ҡатындарҙың бар йөҙөн, булмышын, аҡылын, талантын асып һалды мөғжизәләр. Етәкселәре Разия Ғиззәтова ансамбленең ҡаҙаныштарын әйткәс, сикһеҙ һоҡланыу тойғолары кисерҙек.
Беҙҙең осрашыуға килгән ҡунаҡтарыбыҙға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Барығыҙға ла иҫәнлек – һаулыҡ, эштәрегеҙҙә тик уңыштар теләйбеҙ.

Наверх