/ Новости / "В мире Мустая Карима"

“В мире Мустая Карима”

Әҙәбиәт оло йыһан, үҙе бер донья бит ул. Уның да үҙ йондоҙҙары бик күп. Шул йондоҙҙар араһында иң яҡтыһы ул – Мостай Кәрим. Тыуыуына йөҙҙән ашыу йылдар үтһә лә, ул һаман да халыҡ хәтерендә, әҫәрҙәре яратылып уҡыла, фильмдар төшөрөлә.
Китапхананың уҡыу залында үҙ ғүмерен генә түгел, халҡыбыҙҙың рухи доньяһын данлап, телебеҙҙе, илебеҙҙе данлы итеүҙә ҙур өлөш индергән, ғүмер буйы башҡорт әҙәбиәтенә тоғро, фәһемле әҫәрҙәре, кәңәштәре менән балаларҙың да , йәштәрҙең дә, ололарҙың да яҡын дуҫына әйләнгән Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Республика, Рәсәйҙең дәүләт премия лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Бөйөк ватан һуғышы ветераны Мостафа Сафа улы Кәримовтың тыуған көнөнә арналған “Мостай Кәрим илендә ” исемле китап күргәҙмәһе асылды. Мостай Кәрим иле – көслө рухлы, сафтарҙан-саф күңелле, ғәҙеллек һәм миһырбанлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәткә нигеҙләнгән донъя.
Китапханаға килегеҙ, бөйөк шағирыбыҙҙың китаптарын уҡығыҙ! Мостай Кәрим иле һәр кемебеҙҙә йәшәһен!

Наверх