/ Новости / «Уҡыған - белер, уҡымаған - бөлөр» тип исемләнгән әҙәби кисә үтте

«Уҡыған – белер, уҡымаған – бөлөр» тип исемләнгән әҙәби кисә үтте

#Уҡыу_залы 📚
#Бөтә_донъя_уҡыу_көнө 🌍

🗓 Кисә, 9 октябрь – Бөтә Рәсәй уҡыу көнө – әҙәбиәткә һәм китапҡа арналған байрам көнө булды. Ошо байрам уңайынан Асҡар үҙәк китапханаһының уҡыу залында «Уҡыған – белер, уҡымаған – бөлөр» тип исемләнгән әҙәби кисә үтте. Кисәгә «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы ағзалары һәм 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең 11 класс уҡыусылары, хәҙерге көндә Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ Фаттахов Таһир Булат улы һәм дә китап һөйөүсе дуҫтарыбыҙ саҡырылды. Ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған, ә хәҙер инде хаҡлы ялда булған яҙыусы, “…үҙәккәйем китә үңгәҙәп” китабының авторы Мөнирә Хәкимйән ҡыҙы Кирәева уҡыусы балаларға китап уҡырға, туған телде белергә өндәһә, ә шағирә Айһылыу Абдулхаҡ ҡыҙы Хәсәнова “Тереһыу” тип исемләнгән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Балалар яҙыусыһы , уҡытыусы ветеран, ике үҙнәшир китап авторы (“Яҡты йөҙҙәр”, “Ҡомартҡы ҡашмау”) Нәсимә Мәғәз ҡыҙы Гайсина балаларға башҡорт хатын-ҡыҙының баш кейеме ҡашмау хаҡындағы хикәйәһе менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Йәш ҡәләм оҫтаһы Ниғмәтуллина Гөлфиә Тимерйән ҡыҙы үҙенең бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып, “Ҡ” хәрефенә яҙған шиғыры менән бүлеште. Ә инде 8 ауыл мәктәбенә һәм үҙәк китапханаға Фаттахов Таһир Булат улы Әбйәлил халҡының яуҙа һәм дә тылда күрһәткән батырлыҡтарын сағылдырған (“Хәтер”, “Тыл геройҙары” һ.б.), урындағы халыҡтың ырыу атамаларын, килеп сығыу тарихы менән таныштырған китаптар (“Тамъян”, “Түнгәүер”, “Күбәләк…”) бүләк итте. Амангилде, Ҡырҙас, Ишҡол, Әбделмәмбәт, Хәлил, Ташбулат, Таштимер, Дәүләт мәктәптәренән килгән уҡытыусылар, китапхана хеҙмәткәрҙәре ихлас күңелдән Таһир Булат улына ҙур рәхмәттәрен әйтеп, кисәлә ҡатнашҡан 11 класс уҡыусыларына яҡты киләсәк, уңыштар теләп, иленә, халҡына тоғро ул һәм ҡыҙҙар булып, намыҫлы хеҙмәт итергә өндәп, ошондай күркәм осрашыуҙар күберәк үткәрелһен ине тигән теләктәр менән хушлаштылар.
Саҡырыуыбыҙҙы кире ҡаҡмай килгән ҡунаҡтарыбыҙға, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе директоры Ямалова Миләүшә Йәғәфәр ҡыҙына, тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Шарафутдинова Ләлә Мансур ҡыҙына, уҡытыусы Мөхәмәтдинова Зилиә Маратовнаға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Наверх