/ Новости / Презентация книги "Дороги жизни" Г.Г. Гильманова

Презентация книги “Дороги жизни” Г.Г. Гильманова

30 июль Күсем ауылында СССР Мәғарифы отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ғүмәр Ғилмановтың тормошо һәм йәмәғәтселек эшмәкәрлеге сағылған “Ғүмер юлдары” – “Дороги жизни” исемле китабының исем туйы үтте. Был мәртәбәле сараға саҡырыуҙы Үҙәк район китапханаһы ихлас ҡабул итеп алды. Сара барышында Ғүмәр Ғилмановтың тормош юлы, йәмәғәтселек эшмәкәрлеге менән таныштыҡ. Яҡындары, дуҫтары, саҡырылған ҡунаҡтар Ғүмәр Ғилман улын белемле, көслө рухлы, үткер фекерле, аҡыллы, һәр кемгә лә кешелекле булды тип иҫтәлектәре менән бүлештеләр.
Бөйөк шәхестең йылдар дауамында алып барған яҙмаларын, гәзит-журналдарҙа баҫылған мәҡәләләрҙе, балалары-ейәндәре иҫтәлектәрен файҙаланып, китапты баҫмаға Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбаев әҙерләгән.
Был китап “Ҡаһарманлыҡ юлы”, “Педагог яҙмалары”, һәм “Ер-һыу атамаларында – ил тарихы” тип аталған исемдәр аҫтында өс бүлектән тора.
Ғ.Ғ.Ғилмановтың был китабында ғүмере буйы алып барған яҙмаларынан (көндәлектәре, хаттары, мәҡәләләре) совет осоро төрлө яҡлап кәүҙәләндерелһә, уның замандаштары, уҡытыусылар, журналистар, яҡташтары яҙған төрлө гәзит-журнал материалдарында шәхестең үҙенең тулы портреты һынландырыла.
Сара һуңында Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев китапхана фондына үҙенең изге теләктәрен юллап”Ғүмер юлдары”
исемле китапты бүләк итте. Таһир Күсимов исемендәге йорт-музейын тәү башлап ойоштороусы, киң даирәле шәхес Ғүмәр Ғилман улы Ғилмановтың “Ғүмер юлдары” исемле китабы менән район китапханаһында яҡындан таныша алаһығыҙ.

Наверх