/ Краеведение / Абзелил-край родной! / "Тыуған еренә дан йырлаусы" исемле әҙәби-музыкаль кисә

“Тыуған еренә дан йырлаусы” исемле әҙәби-музыкаль кисә

24 июнь – Республиканың Ғәлимов Сәләм исемендәге (1992), Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге (2015), Әбйәлил районының әҙәбиәт өлкәһендә Ким Әхмәтйәнов (1995) һәм Ишмөхәмәт Мырҙаҡаев-Балапанов исемендәге (2006), Бәләбәй ҡалаһының Фәтих Кәрим исемендәге төбәк-ара (2009) премиялары лауреаты, Башҡортостан Республикаһының (1992) һәм Рәсәй Федерацияһының (2002) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2002), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2007), Әбйәлил районының Почетлы гражданы (2007) – Әсхәл Әбүталип улы Әхмәт-Хужаның тыуыуына 80 йыл.
23 июнь китапхананың уҡыу залында оло шәхесебеҙҙең яҡты иҫтәлегенә бағышланған “Тыуған еренә дан йырлаусы” исемле әҙәби-музыкаль кисә үтте. Сараға Әсхәл Әхмәт-Хужа исемендәге “Йәйғор” әҙәби ойошмаһы яҙыусылары саҡырылды. Сәмле, ғәҙел,тура һүҙле шағирҙы иҫкә алып йылы хәтирәләре менән бүлештеләр.
Шағирҙың балалар, ололар өсөн ҡырҡтан ашыу китабы төрлө телдәрҙә ҙур дана менән баҫылып, үҙ уҡыусыһын тапты.


Наверх