/ Новости / #Проект_Замандаш

#Проект_Замандаш

#Проект_Замандаш
#Уҡыу_Залы

28 апрелдә китапхананың уҡыу залында «Замандаш» проекты сиктәрендә уҙғарылған икенсе сарабыҙҙа бик матур үтеп китте.
Хисле лә, моңло ла, төп эше итеп музыканы һайлаған саф башҡорт күңелле Резеда Айрат ҡыҙы Шөғүроваға бағышланды был кисә. Шуға ла беҙ кисәбеҙҙе «Күңелдәрҙе имләр моң эйәһе» тип атаныҡ. Резеда Айрат ҡыҙының тулы портретын асып бирергә яҡындары, ата-әсәһе,олатай-өләсәһе, коллегалары, дуҫтары йыйылды. Хөрмәтле ҡунағыбыҙ бала сағы, уҡыу йылдары, тәүге эш көнө, яратҡан һөнәренә нисек килеүе тураһында ҡыҙыҡлы тормош хәтирәләре менән бүлешеп үтте. Сарала ҡатнашыусылар сығыштарында уның моңло, маҡсатҡа ынтылыусан, тырыш хеҙмәткәр, яҡшы әсәй, тоғро тормош юлдашы,аҡыллы килен, уңған хужабикә, ысын дуҫ булыуын билдәләне. Резеда Айрат ҡыҙы күптәнге хыялын тормошҡа ашырып, “Созвездие” тип аталған балалар вокаль ансамблендә ойоштора һәм әлеге көндә лә был төркөм менән бик әүҙем эш алып бара. Сарабыҙға йәм өҫтәп Хәлил ауылынан “Ынйы” йыр ансамблелә төп ҡунағыбыҙҙың шатлығын бүлешергә килеп еттеләр.
Алдынғы ҡарашлы замандашыбыҙ тап шундай сифаттарға эйә булырға тейеш тигән һығымтаға килеп осрашыуҙы тамамланыҡ.



Наверх