/ Краеведение / Абзелил-край родной! / Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?

Бала тыуа – донъяға яңы кеше килә. Исем ҡушҡанда ата-әсәнең ниндәй теләк, ниндәй уй менән шул исемде ҡушыуын балаға аңлатыу уға ыңғай тәьҫир итә, сөнки исемдәрҙең күбеһендә балаға ҡарата тик изге теләктәр: һаулыҡ, оҙон ғүмер, бәхет, мул тормош, аҡыллы, тәүфиҡлы булыу төшөнсәләре һалынған.
Тел белгесе, ғалимә Таңһылыу Күсимованың һеҙҙең иғтибарға тәҡдим ителгән “Башҡорт исемдәре ” һүҙлегендә 4000-гә яҡын исем алынып, уның 3000-е ир-ат, 1000-е ҡатын-ҡыҙ исемен тәшкил итә.
Башҡорт халҡы, донъялағы бөтә халыҡтар кеүек үк, үҙенең йәшәү дәүерендә үҙ исемдәре йыйылмаһын һәм исем ҡушыу йолаларын тыуҙырған. Яҡташыбыҙ Т.Х. Күсимованың башҡорт исемдәре теҙмәһе ҙур һәм йөкмәткеһе менән ифрат бай. Үҙеңдең зауығыңа, теләгеңә ҡарап уны һайлай ғына бел!

 

Наверх